Мораҙым
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
14 Декабрь 2023, 11:15

Районда йәнә бер ФАП сафҡа индерәләсәк

 Ауылдарҙа фельдшер-акушерлыҡ пункттары булыуы урындағы халыҡ өсөн бик мөһим.

Районда йәнә бер ФАП сафҡа индерәләсәк
Районда йәнә бер ФАП сафҡа индерәләсәк

“Милли һаулыҡ” төбәк программаһы сиктәрендә Семен-Петровский ауылында модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктын йыя башлағандар. Был ҡыуаныслы яңылыҡты Иртөбәк ауыл биләмәһе башлығы Закир Үзбәков хәбәр итә.

 Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә эшселәр модулде йыйҙы һәм бинаның ҡыйыҡ эшен башланы. Быға тиклем канализация һәм һыу килтереү эштәре башҡарылды (“Водоканал +” йәмғиәте, директоры - Назаров О.В.), электр тапшырыу линияһына техник тоташтырыу эштәре башҡарылды, канализация люктары һәм ҡулсалары һатып алынды.
“Иртөбәк агрофирмаһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Олег Николаевҡа техника менән ярҙам иткән өсөн ҙур рәхмәт.

 Тиҙҙән фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыр, унда ауыл халҡы фельдшер Мәҡсүтова Юлиә Булат ҡыҙынан ваҡытында медицина ярҙамы алыр тип ышанабыҙ, - ти Закир Сәрүәр улы.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: