Мораҙым
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
14 Ноябрь 2023, 11:15

Үҙ эшененең оҫтаһы

Бөгөн логопедтар үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Рәсимә Рауил ҡыҙы Болғаированың логопед булып эшләүенә инде 30 йыл. Юғары категориялы белгес Мораҡ 1-се урта мәктәбендә һәм “Шишмәкәй” балалар баҡсаһында эшләй.

Үҙ эшененең оҫтаһы
Үҙ эшененең оҫтаһы

Түләбай ауылында донъяға килгән Рәсимә Рауил ҡыҙы. Ата-әсәһе - ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бағышлаған Гөлдәр һәм Рауил Болғаиров. Ҡыҙға 7 йәш тулғанда Рауил Ноғоман улын Хоҙайбирҙин мәктәбенә директор итеп тәғәйенләйҙәр һәм ғаилә шул ауылға күсеп килә.

 Рәсимә Рауил ҡыҙы Өфөнөң 1-се мәктәп-интернатын (хәҙер - Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатын), Башҡорт дәүләт педагогия институтының сит телдәр факультетына тамамлай.

  1992 йылда ҡулына немец һәм инглиз телдәре уҡытыусыһы тигән диплом алған йәш белгес  Волостновка мәктәбендә немец теле уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай.  Ике-өс ай эшләгәс, уға логопедлыҡҡа уҡырға китергә тәҡдим итәләр.1 йылға яҡын Өфөлә уҡып ҡайтҡандан һуң  Йомағужа 1-се урта мәктәбендә инглиз теле уҡытыусыһы, “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһында логопед булып эш башлай.

  Аҙаҡ, Мораҡ ауылына күскәс, 15 йыл “Миләшкәй” (аҙаҡ уның исеме “Гүзәлкәй” тип үҙгәртелә) балалар баҡсаһында эшләй. Унан  Мораҡ 1-се урта мәктәбенә эшкә күсә, 2010 йылдан алып бер юлы “Шишмәкәй” балалар баҡсаһында ла логопед булып эшләй. Был эштәренән тыш, мәктәп тә шахмат түңәрәген дә алып бара.

 Уның хаҡындағы тулыраҡ мәҡәләне гәзитебеҙҙең уҙған һанында уҡығыҙ.

 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: