Мораҙым
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
19 Июль 2023, 09:55

Балҡып тора был күпер!

Заманында беҙҙең гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы – педагогик хеҙмәт ветераны Миңнулла ағай Әлимғолов был күперҙе төҙөтөү өсөн байтаҡ көс һалғанлығы хәтерҙә. Төпсән ауылынан Оло Эйек аша һалынған аҫмалы күперҙе халыҡта хатта Миңнулла күпере тип атаусылар ҙа бар.

Балҡып тора был күпер!
Балҡып тора был күпер!

Был күпер халыҡҡа хеҙмәт итә. Уны яҡшы торошта тоталар, өмәләр яһап, ҡыш ҡарҙан таҙарталар, йәй буяп, таҙартып торалар. Ошо көндәрҙә урындағы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, китапханасылар өмә яһап, буялмай ҡалған ерҙәрен буяп, күперҙе матурлап, тирә-яғынан сүп-сарын йыйып, тәртипкә килтереп тә ҡуйғандар.
Резеда апай Айытҡужина әйтеүенсә, был изге эшкә Илнар менән Тимур Фәйезовтар, Мораҡтан әсәһе менән ҡайтҡан Камила исемле ҡыҙ ҙа ҡушылған.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: