Мораҙым
+21 °С
Облачно
Файҙалы эштәр йылы
16 Июля 2023, 03:00

Тыуған ерем тип янып йәшәй ирмен тигән ир-егет!

Яңауыл ауылында йәшәүсе Ғәлиә апай менән Заһир ағай Яҡуповтар бынан 53 йыл элек сәстәрен-сәскә бәйләгән. 

Тыуған ерем тип янып йәшәй ирмен тигән ир-егет!Тыуған ерем тип янып йәшәй ирмен тигән ир-егет!
Тыуған ерем тип янып йәшәй ирмен тигән ир-егет!

Улар башта Салауат ҡалаһында, аҙаҡ оҙаҡ йылдар һыуыҡ Себер яҡтарында йәшәй. Хаҡлы ялға сыҡҡас, Салауат ҡалаһына әйләнеп ҡайталар. Тик тыуған яҡ уларҙы барыбер үҙенә тарта һәм күркәм пар Яңауыл ауылына ҡайтып төпләнергә ҡарар итә. Өй һалып, ҡош-ҡорт аҫрап, емеш-еләк, йәшелсә баҡсаһы үҫтереп гөрләтеп йәшәй башлай.
Әйткәндәй, Заһир ағай Яңауыл мәсетендә бик ҙур эштәр башҡара, Мөхәммәт ағай Яҡуповтың (урындағы мулланың) уң ҡулы була. Быйыл ул ауылдағы обелискыны төҙөкләндереү буйынса эштәрҙе башлап йөрөй.
Бына шундай маҡсатлы, ғәмле ир-егеттәребеҙ күберәк булһын ине ауылдарҙа!

 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас