

“ Уны эшләтеү, килтереп урынлаштырыуҙы матди яҡтан үҙ өҫтәренә алған яҡташтарыбыҙ – ауыл хужалығы фәндәре докторы Фәрғәт менән эшҡыуар Фәиз Ваһаповтарға, Күгәрсен ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Айрат Шәриповҡа, ойоштороу эштәрендә ҙур әүҙемлек күрһәткән Зилфәт Абдуллинға, ауылыбыҙ старостаһы Фәрхетдин Ваһаповҡа ҙур рәхмәтлебеҙ”, - ти педагогик хеҙмәт ветераны Ниғмәтулла ағай Ваһапов.
Ғөмүмән, Күгәрсен ауылы халҡына һоҡланмау мөмкин түгел! Бик уңған да, берҙәм дә улар. Сәмләнеп китеп донъя көтәләр, эштәрендә лә маҡтаулылар! “Атайсал” проектында ла әүҙем ҡатнашалар.