Мораҙым
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
11 Июль 2023, 11:15

Юл-транспорт ваҡиғаһын фототеркәү ОСАГО буйынса компенсация күләмен арттырырға ярҙам итәсәк

Ваҡиғаны ҡағыҙ һәм электрон европротокол төҙөгәндә «Дәүләт хеҙмәттәре Авто» ҡушымтаһында фотоға төшөрөп алырға мөмкин. Автомобилдең емерелгән урындарын теркәү өсөн 1 сәғәт ваҡыт бирелә.

Юл-транспорт ваҡиғаһын фототеркәү ОСАГО буйынса компенсация күләмен арттырырға ярҙам итәсәкЮл-транспорт ваҡиғаһын фототеркәү ОСАГО буйынса компенсация күләмен арттырырға ярҙам итәсәк
Юл-транспорт ваҡиғаһын фототеркәү ОСАГО буйынса компенсация күләмен арттырырға ярҙам итәсәк
Фекер айырмалыҡтары булмағанда компенсацияның максималь күләме түбәндәгесә:
  фото менән - 400 000 һум
  фотоһыҙ - 100 000 һум

Ҡушымтала фотоны нисек эшләргә - ошонда ҡарағыҙ https://vk.cc/cpkrpc

Нисек итеп фотоны дөрөҫ төшөрөргә:
  кадрға яҡындағы деталдәр ҙә эләгергә тейеш, сөнки шулар буйынса автомобилдең фотолағы өлөшөн билдәләргә мөмкин;
  машинаның зыян күргән өлөшө фотоның уртаһында булырға тейеш;
  емерелгән урындар фотола насар күренһә, уларҙы ҡулығыҙ менән төртөп күрһәтегеҙ һәм өҫтәмә ракурстан тағы фотоға төшөрөгөҙ;
  ҡараңғы ваҡытта машинаны яҡтыртып тороғоҙ

Водитель таныҡлығын һәм СТС-ты электрон төрҙә күрһәтеү, юл-транспорт ваҡиғаһын европротокол буйынса онлайн рәсмиләштереү, штрафтар тураһында белдереү ҡағыҙы алыу һәм түләү, риза булмаған осраҡта ялыу биреү өсөн "Дәүләт хеҙмәттәре Авто" ҡушымтаһын күсереп алығыҙ
https://www.gosuslugi.ru/auto

 Европротоколды 30 минут эсендә рәсмиләштерергә мөмкин

 «Дәүләт хеҙмәттәре Авто» мобиль ҡушымтаһы автомобилселәр өсөн иң популяр сервистарҙы берләштерә

 Электрон водитель таныҡлығы

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Автор:
Читайте нас