Мораҙым
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
11 Июль 2023, 04:50

Бүләгебеҙ - Лениза апайға!

Хоҙайбирҙин ауылында йәшәүсе Лениза апай Байғазинаны байтаҡ йылдар беләбеҙ. Ул ауылында уҙған төрлө саралар тураһындағы мәҡәләләре менән бер нисә йыл рәттән гәзитебеҙ биттәрен байытты. Ҡайһы берҙә телефон аша әйтеп тә яҙҙыра торғайны. Хәҙер инде олоғайыу мсәбәплеме, бик яҙышмай. 2023 йылға гәзитебеҙгә яҙылыусылар араһында приздар уйнатҡанда, бер бүләгебеҙҙең нәҡ уға насип булыуына бик ҡыуандыҡ. Бүләкте уға ут күршеһе Рәзиф Маннанов алып ҡайтып тапшырҙы.

Бүләгебеҙ - Лениза апайға!Бүләгебеҙ - Лениза апайға!
Бүләгебеҙ - Лениза апайға!

Лениза апайҙы ҡотлайбыҙ һәм иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ! Олоғайған көндә лә беҙҙең менән бергә ҡалған өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт! 

Бүләктәрен әлегә килеп алмаған гәзит уҡыусыларыбыҙҙы редакциябыҙҙа көтөп ҡалабыҙ. (үҙең менән паспорт, социаль номер һәм страховка танытмаһын алып килергә).

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас