Мораҙым
+21 °С
Облачно

Атайсалға изге ғәмәлдәр ҡылыусылар арта

Республикабыҙҙа “Атайсал” дәүләт проектына ҡушылыусылар һаны арта бара. Әле теге, әле был ауылда шишмәләр таҙартыла, күперҙәр төҙөкләндерелә, зыяраттар кәртәләнә, ағастар ултыртыла һ.б. Бик тә кәрәкле, файҙалы, изге эш ул атайсалға ярҙам итеү. Йылдың Атайсалға изге ғәмәлдәр йылы тип иғлан ителеүе лә бик урынлы булды.  

Атайсалға изге ғәмәлдәр ҡылыусылар артаАтайсалға изге ғәмәлдәр ҡылыусылар арта
Атайсалға изге ғәмәлдәр ҡылыусылар арта

  “Атайсал” проектына ҡушылыусылар араһында РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров та бар. Ул быйыл яҙ уҡ тыуған ауылы Ҡаҙир янындағы шишмәне төөҙөкләндереү эшен башланы.

Ололарҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, был шишмә XVIII быуатта яндырылған ауыл янында булған, тиҙәр. Шишмәнән ул ваҡытта урындағы халыҡ һыу эскән, әммә хәҙер был урын һаҙланған.

- Диаметры һәм бейеклеге бер метр тәшкил иткән ике бетон дүңгәләк ҡуйҙыҡ, өҫ яғын кирбестән күтәрҙек. Ярҙамға килгән ир-егеттәр һыу ағыҙыу өсөн пластик торба ҡуйҙы, блоктарҙан баҫҡыстар төҙөнө, ҙур беседка ҡуйҙы,шишмәнән Мәнеү йылғаһына тиклем траншея ҡаҙҙы, ҡыйыҡты профнастил менән япты,  тип билдәләне депутат.

Дуҫтар, ә һеҙҙең ауылда атайсалға изге ғәмәлдәр ҡылған кешеләр бармы? Был хаҡта беҙгә яҙһағыҙ ине.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас