Мораҙым
+28 °С
Болотло

Инсаф дуҫтарын йыйҙы

Уҙған аҙнала күрше Мәләүез районында “Нөгөш буйҡайҙары аҡ томан” тип аталған бик матур байрам уҙҙы. Уны беҙҙең район егете Инсаф Сәлихов ойошторҙо

Инсаф дуҫтарын йыйҙыИнсаф дуҫтарын йыйҙы
Инсаф дуҫтарын йыйҙы

Йыр-моң һәм шиғриәт байрамында тирә-яҡ райондар, хатта Ырымбур өлкәһе таланттары ҡатнашҡан. Беҙҙең райондың йомағужа ауылынан “Нәзирә” ансамбле, Ерекле егете Ривал Рафиҡов, Моҡас ауылы ҡыҙы Гөлкәй Исмәғилева үҙ сығыштары менән тамашсыларҙы ҡыуандырған.

Инсаф ағай Үрге Һаҙ ауылында йәшәүсе Әминә һәм Фәрғәт Сәлиховтарҙың ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килгән.  Үрге Һаҙ мәктәбен тамамлағандан һуң, уларҙың ғаиләһе Мәләүез ҡалаһына күсә. Әлеге көндә ул вахта ысулы менән Себер тарафтарында эшләп йөрөй.  Ҡыйыу фекерле, тура һүҙле ағайыбыҙ интернет селтәрендә лә бик әүҙем, уның тел, иҡтисад, ер-һыу, милләт, халыҡ яҙмышы хаҡында яҙғандарын күптәр яратып уҡый.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас