Мораҙым
+24 °С
Ямғыр

Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы «Салауат ерендә» республика нәфис тәржемә конкурсының башланыуы хаҡында иғлан итте

«Салауат ерендә» нәфис тәржемә конкурсы башланды. Башҡортостан Республикаһының башҡорт һәм татар телдәрендә ижад иткән әҙиптәренең әҫәрҙәре рус теленә тәржемә ителеп, киң ҡатлам уҡыусыларға тәҡдим ителәсәк.

Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы «Салауат ерендә» республика нәфис тәржемә конкурсының башланыуы хаҡында иғлан иттеБашҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы «Салауат ерендә» республика нәфис тәржемә конкурсының башланыуы хаҡында иғлан итте
Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы «Салауат ерендә» республика нәфис тәржемә конкурсының башланыуы хаҡында иғлан итте

Конкурс декабрҙә әҙәби тәржемә байрамы менән тамамланасаҡ, унда «Шиғриәт» һәм «Проза» номинацияларында лауреаттарҙы бүләкләү генә түгел, шулай уҡ ижади лабораториялар, концерттар, түңәрәк өҫтәлдәр һәм башҡа саралар ҡаралған. «Йәмғиәтте яҡшы үҫтереү һәм традицион ҡиммәттәрҙе һаҡлау өсөн әҙәбиәтебеҙҙең абруйын күтәрергә кәрәк, - тине Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов. - Беҙҙә яҡшы яҙыусылар күп, һәм уҡыусылар улар хаҡында белергә, шиғриәтен һәм прозаһын яратырға тейеш. Шулай уҡ күп милләтле республикабыҙ өсөн художестволы тәржемә проблемаларына йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеү мөһим.

Беҙ рус телле әҙәбиәтселәр араһында яңы тәржемәселәр табырға өмөтләнәбеҙ. Бәлки, әҙәбиәтселәрҙең генә түгел - бөтә теләүселәр ҙә тәржемәлә үҙ көсөн һынап ҡарай алыр». Еңеүселәр өсөн конкурстың бүләк фонды ике йөҙ мең һум тәшкил итә. Конкурсты «Бельские просторы» ижтимағи-сәйәси һәм әҙәби-нәфис журналы ҡатнашлығында Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы үткәрә. 

Конкурстың положениеһы менән бында танышырға мөмкин: https://belprost.ru/articles/litprotsess/2023-07-04/polozhenie-o-respublikanskom-konkurse-hudozhestvennogo-perevoda-na-zemele-salavata-3326752.

Автор:
Читайте нас