+28 °С
Болотло


Ялсы, Хоҙайбирҙин ауылдарының мәҙәниәт йорттары һәм Ялсы ауыл моделле китапханаһы хеҙмәткәрҙәре “Йәшә, шишмә, йәшә” республика экологик акцияһына ҡушылған һәм Юлбаш ауылындағы шишмәне таҙартҡан.
Әйткәндәй, был шишмәнең һыуын юлбаштар ғына түгел, башҡа ауылдар халҡы ла бик ярата. Хатта үтеп барышлай һауыттарға тулытырып алалар. Сөнки шишмәнең һыуы таҙа, тәмле.