Мораҙым
+24 °С
Дождь

"НПС"тыҡылар ҙа тик тормай

Район үҙәгендә май байрамдары алдынан экологик өмәләрҙең даими үтеүе, Мораҡ ауылындағы ыңғай үҙгәрештәргә күңел һөйөнөүе хаҡында баҫмабыҙҙа һәм сайтта хәбәр иткәйнек инде. Урындағы нефть ҡыуҙырыу станцияһы хеҙмәткәрҙәре лә төбәгебеҙҙе төҙөкләндереү буйынса эштәргә әүҙем ҡушылды. Әлеге ваҡытта ысын ир аҫылдарынан торған коллектив Мораҡты урап үткән юл (объездной) буйындағы ерҙәрҙе ҡороған ағастарҙан, сыбыҡ-сабыҡтан таҙарта.

"НПС"тыҡылар ҙа тик тормай"НПС"тыҡылар ҙа тик тормай
"НПС"тыҡылар ҙа тик тормай

Тимәк, төҙөкләндереү буйынса эштәр дауам итә, йәмле йәйҙәргә Морағыбыҙ йәнә лә күркәмләнеп, ҡупшыланып китер әле.

 

 

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас