Мораҙым
+22 °С
Ямғыр

"Атайсал" республика шиғыр конкурсы еңеүселәре бүләкләнде

Конкурс еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы кисә «Яҡташтар көсө» форумы сиктәрендә үтте. Бәйгелә барлығы 567 ижадсы ҡатнашты, жюри ҡарары буйынса финалға 18 кеше сығып, шуларҙың 6-һы төрлө йәш категорияһында еңеүсе тип табылды. Бына улар: Элина Вәхитова (Стәрлетамаҡ), Гөлиә Дауытова (Бөрйән районы), Ғәлиә Әлимғужина (Күгәрсен районы), Әминә Нуриәсләмова (Благовар районы), Данил Андреев (Ауырғазы районы), Альбина Нафиҡова (Шаран районы).  Еңеүселәрҙең барыһына ла диплом һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.  "Оло Эйек буйында" әҙәби берекмә ағзаһы Ғәлиә Әлимғужинаны ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм яңы ижади үрҙәр теләйбеҙ!

 

 

 

"Атайсал" республика шиғыр конкурсы еңеүселәре бүләкләнде
"Атайсал" республика шиғыр конкурсы еңеүселәре бүләкләнде
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас