Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
Файҙалы эштәр йылы
27 Апрель 2023, 07:30

Халыҡ именлеге һағында…

Был аҙнала янғын һүндереүселәр үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. 84-се янғын һүндереү часында үҙ эшен яратҡан, батыр йөрәкле ир-егеттәр эшләй. Шуларҙың береһе - Юлай Изгин Яңы Покровка ауылында тыуып үҫкән.  Уның янғын һүндереүсе булып эшләүенә 3 йылдан ашыу ваҡыт уҙған. 

Халыҡ именлеге һағында…Халыҡ именлеге һағында…
Халыҡ именлеге һағында…

Салауат медицина колледжын тамамлаған.

Мәскәү янындағы артиллерия ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән. 2015 йылда армиянан ҡайтҡандан һуң, Салауат ҡалаһындағы хирургия үҙәгендә медбрат булып хеҙмәт юлын башлай. Бер аҙ тәжрибә туплағас иһә сит тарафтарға юллана һәм 2017-2020 йылдарҙа вахта ысулы менән Себерҙә үҙ һөнәре буйынса эшләй, 2020 йылдан ул - беҙҙең райондың 84-се янғын һүндереү часында янғын һүндереүсе.

 Кәләше Азалия Һарытау утарында тыуып үҫкән. Ул да Юлай уҡыған колледжда белем алған һәм бер нисә йыл Салауат хирургия үҙәгендә эшләгән.

 2017 йылда йәш ғаилә Мораҡтан өй һатып алып, тыуған районына ҡайтып төпләнгән. Үҙҙәренә оҡшап торған һөйкөмлө, илгәҙәк өс бала үҫтерәләр: Юлизәгә 7 йәш, ул Мораҡ башҡорт гимназияһының 1-се класында белем ала, “Шишмәкәй” балалар баҡсаһына йөрөгән Нурисламға 5 йәш, иң кеселәре Самираға иһә 1 йәш.

 ***

 84-се янғын-ҡотҡарыу часының 3-сө ҡарауылында (барлығы 4 ҡарауыл) унан тыш, йәнә бер нисә кеше эшләй: ҡарауыл начальнигы Павел Застеба, бүлексә командиры Илсур Ҡунаҡбаев, янғын һүндереүсе Илшат Азаматов, водителдәр Булат Иҫәнбаев һәм Марсель Абдуллин, диспетчер Резеда Ишмәтова. Хеҙмәткәрҙәрҙең һәр ҡайһыһы эшен яҡшы белә, үҙҙәренә йөкмәтелгән бурыстарҙы намыҫ менән атҡара.

Юлай Салауат улы күптән түгел ул бер нисә райондың янғын частары араһында уҙғарылған ярышта ҡатнашҡан һәм физик яҡтан ныҡлы әҙерлекле, теоретик яҡтан төплө белемле булыуын күрһәтеп, “Иң яҡшы янғын һүндереүсе” исеменә лайыҡ булған, әлеге көндә республика кимәлендә уҙған ярышта район данын яҡларға әҙерләнә.

Уның хаҡындағы тулыраҡ мәҡәләне гәзиттә уҡығыҙ.

 

.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас