Мораҙым
+21 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
26 Апрель 2023, 02:58

"Айыҡ ауыл" конкурсы буйынса фәнни-ғәмәли конференция үтте

Башҡортостан Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында айыҡлыҡ рейтингында беренсе урынға күтәрелгән, дөйөм Рәсәй таблицаһында 16-сы урынды биләй. Ойоштороусылар билдәләүенсә, күрһәткестәрҙең яҡшырыуында "Айыҡ ауыл" конкурсының өлөшө ҙур.

-Ирекмәндәр хәрәкәтен, остаздарҙы, билдәле шәхестәрҙе, ғөмүмән, халыҡты йәлеп итеп кенә беҙ үҙ асылыбыҙға ҡайта, күмәк көс менән генә милләтебеҙҙе һауыҡтыра алабыҙ,- ти яҡташыбыҙ, Президиум ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева.

Әйткәндәй, был тәңгәлдә Бикбулат ауылы эшмәкәрлеге лә ыңғай һөҙөмтәләргә ярайһы уҡ бай.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Күгәрсен районының Исем ауылы бер нисә йыл элек 1-се урын яулаһа, ошо уҡ биләмәнән Сәлих ауылы былтыр икенсе урынға лайыҡ булды.

Еңеүселәрҙе иһә 4 майҙа иғлан итәсәктәр. 

"Айыҡ ауыл" конкурсы буйынса фәнни-ғәмәли конференция үтте
"Айыҡ ауыл" конкурсы буйынса фәнни-ғәмәли конференция үтте
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас