Мораҙым
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
24 Март 2023, 09:38

Ҡалдарҙар һалдаттарға ярҙам итә

МХО -ла ҡатнашҡан яугирҙарға гуманитар ярҙам йыйыу дауам итә. Был изге эшкә ҡалдарҙар ҙа ҡушылды. Ауыл халҡы кәрәк-яраҡтар йыйһа, уҡыусылар һалдаттарға хат яҙҙы. 

- Ауылдаштарыбыҙ Рүзилә Юлдашева, Минзәлә Хәйерова, Зилдә Псәнчина, Рәйфә Йәнбирҙина, Гөләйшә һәм Рәмзиә Хисмәтуллиналар, Әлмирә Ишмөхәмәтова, Люциә Йәҙгәрова апайҙарҙың йөрәк йылыһын ҡушып бәйләгән башалтайҙары, көнкүреш кәрәк-яраҡтары йыйған Гөлшат Псәнчина, Фатима Үзбәкова, Ғәйниямал Түләкова, Әлфиә Ниғмәтуллина, ЗиләТүләковаларҙың изге йөрәктән атҡарылған ярҙамы яугирҙарыбыҙҙың тормошон бер аҙ ғына булһа ла еңеләйтеп, илебеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашыуға булышлыҡ итһә икән, -тип яҙа беҙгә Финара Хәсәнова. 

Ҡалдарҙар һалдаттарға ярҙам итә
Ҡалдарҙар һалдаттарға ярҙам итә
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: