

Һин тигәнсә генә бармай шул тормош. Төрлө яҙмышҡа дусар булып яңғыҙ ҡалған кешеләр, ауырлыҡтар алдында юғалып ҡалмайынса, яңы көнгә яңы өмөттәр бағлап, бер-береһенә терәк булып йәшәйҙәр.
Был изгелек йортоноң етәксеһе Елена Винникова, унда эшләгән хеҙмәткәрҙәр һәм өлкәндәр беҙҙе бик йылы ҡаршыланылар. Ағинәйҙар үҙҙәре бешергән күстәнәстәр, шахмат, шашкалар һәм башҡа бүләктәр тапшырҙылар. Исем ауылының мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм ағинәйҙәр үҙҙәренең матур йырҙары менән сараны тағы ла йәмләнеләр. Наталья Ишҡыуатова, Анна Гареева, Рита ?, Мәрзиә менән Фәнил Хәмзиндарҙын моңло йырҙары уларҙы ҡыуандырып, дәртләндереп ебәрҙе.
Был йорттоң етәксеһе Елена Петровна, хеҙмәткәрҙәр, тәрбиәләнеүсе өлкәндәр исемдәрҙе бик йылы ҡабул итте.
Халыҡ телендә "Изгелек эшлә лә һыуға һал, халыҡ белер, халыҡ белмәһә, балыҡ белер" тигән мәҡәл йөрөй. Ысынлап та, изгелек эшләп, ярҙамға мохтаж ҡарттарҙың, инвалидтарҙың бер генә көнөн булһа ла йәмләгән Исем ауылы ағинәйҙәре һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре маҡтауға лайыҡ, бөтә яҡтан да башҡаларға өлгө булырлыҡ. Эшләгән изгелектәре үҙҙәренә меңләтә сауап булып кире ҡайтһын.