+5 °С
Болотло
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарға сираттағы гуманитар ярҙам барып етте.
Был гуманитар йөк тә бөтә район халҡы ярҙамы менән йыйылды. Хужалыҡтар, предприятиелар, эшҡыуарҙар, йәмәғәт ойошмалары, хужабикәләр, мәктәп уҡыусылары - бер кем дә изге, сауаплы эштән ситтә ҡалманы.
Хәрби бурысын үтәүселәргә
кәрәкле бөтә нәмә: балта- көрәктәр, бензогенератор- бензобысҡылар, насос-шлангалар, маскировка селтәрҙәре, кейем, дарыу препараттары, аҙыҡ-түлек һәм башҡалар егеттәрҙең заявкалары буйынса алынды.
Шулай уҡ яҡташтарыбыҙға "Нива" автомобиле алып барҙылар.
Был ҙур сауаплы эшкә үҙ өлөшөн индереүселәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәт!