Мораҙым
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
10 Март 2023, 11:23

"Ағинәй юлы" изгелеккә аҡ юл яра

сч  Белеүегеҙсә, районда “Ағинәй юлы” эстафетаһы дауам итә. Күптән түгел генә йомағужаларҙан эстафета ҡабул иткән бикбулаттар хәҙер уны Ялсы ауылы ағинәйҙәренә тапшырҙы.  Күркәм сара был юлы “Айыҡ ауыл” бәйгеһе сиктәрендә уҙҙы. Бында ут күршеләребеҙ – ейәнсураларҙың, Йомағужа, Тәүәкән, Исем, Сәлих, Мәҡсүт, Сирбай, Дөмбәй ауылдары ағинәйҙәренең ҡатнашыуы сараның мәртәбәһен арттырҙы.

"Ағинәй юлы" изгелеккә аҡ юл яра
"Ағинәй юлы" изгелеккә аҡ юл яра

 Йола буйынса бикбулаттар ҡунаҡтарҙы баллы бауырһаҡ, йыр-моң менән ҡаршы алды. Минзәлә Ғөмәрова, Фатима Сафина ауылдаштарының халҡыбыҙ мираҫына тоғро ҡалып, үҙҙәрендә күркәм кешелек сифаттарын һаҡлауы, эшкә, тормошҡа сәмле булыуҙары хаҡында әйтеп үтте. Урындағы халыҡтың әүҙемлеген, егәрлелеген үҙ сығыштарында Урал ауыл биләмәһе башлығы Илнур Сәйфуллин менән район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рөстәм Сәйетбатталов та билдәләп китте.

 Бикбулат ауылы таланттары әҙерләгән музыкаль бүләк байрам кәйефен өләште. Рәмилә Баймырҙинаның һандуғастай моңло тауышы күңелгә майҙай яғылды, “Гүзәл” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Камила Бәширова (әҙерләүсеһе Гөлсәсәк Ғәббәсова) матур бейеүе менән сәхнәне биҙәне. Артабан һүҙ тотҡан ағинәйҙәр мөнәжәттәр әйтте, мобилизацияланған яҡташтарыбыҙға нисек гуманитар ярҙам йөҙөнән посылка әҙерләүҙәрен сәхнәләштереп күрһәтте. Ейәнсура ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһенең:”Ағинәйлек дәрәжә түгел, ул – булмыш. Беҙ кеше араһына һытылған йөҙ менән сығырға тейеш түгелбеҙ, беҙҙең бурыс – тирә-яҡҡа, йәштәргә, үҫеп килеүсе быуынға өлгө булыу, йәмғиәттә изгелеккә, яҡшылыҡҡа аҡ юл ярыу” тиеүе бик урынлы яңғыраны.

 Эйе, “Ағинәй юлы” изгелеккә юл ярһын, кешелеккә нур өләшһен!

        

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: