Мораҙым
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
23 Февраль 2023, 13:00

Геройҙар даны мәңгелек

Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Күгәрсен тарих – тыуған яҡты өйрәнеү музейы Мораҡ 1-се һәм Күгәрсен урта дөйөм белем биреү мәктәптәренә Рәсәй Геройҙары Юрий Климов менән Мансур Рафиҡовҡа арналған ролл-стендтар тапшырҙы. Герой яҡташтарыбыҙ ошо мәктәптәрҙә тәрбиәләнгән, лайыҡлы белем алған. Әйткәндәй, "Атайсал" республика проекты сиктәрендә Күгәрсен тарих – тыуған яҡты өйрәнеү музейы өсөн дә шундай уҡ стендтар әҙерләнгән. Бағыусылар – “Күгәрсен агросәнәғәт берекмәһе”  яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (етәксеһе - Айрат Болғаиров) һәм “Водоканал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (етәксеһе - Олег Назаров).  Музей директоры, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе  Рөстәм Сәйетбатталов Күгәрсен мәктәбе уҡыусыларына Бөйөк Ватан һуғышы яугиры Хисмәтуллин Хәйбулла Хәлил улына арналған тарихи фильм да күрһәтте. Хәйбулла Хисмәтуллин беҙҙең райондың Үрге Һаҙ ауылында тыуған. Сержант, 228-се штурмлау авиация дивизияһы пилоты, 19 йәшендә генә фронтта һәләк булған. Фильмда эҙәрмән отрядтары, туғандары, вайымһыҙ булмаған кешеләрҙең ярҙамы менән пилоттың һөйәктәре табылыуы хаҡында бәйән ителә. 78 йыл үткәс, 2021 йылдың 22 июнендә, геройҙы Мәҡсүт ауылы зыяратында яңынан ерләйҙәр... #героироссии #Климов #Рафиков #23февраля #кугарчинскиймузей #Атайсал #память#күгәрсенрайоныбашҡорттарыҡоролайы  

Геройҙар даны мәңгелек
Геройҙар даны мәңгелек

Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Күгәрсен тарих – тыуған яҡты өйрәнеү музейы Мораҡ 1-се һәм Күгәрсен урта дөйөм белем биреү мәктәптәренә Рәсәй Геройҙары Юрий Климов менән Мансур Рафиҡовҡа арналған ролл-стендтар тапшырҙы. Герой яҡташтарыбыҙ ошо мәктәптәрҙә тәрбиәләнгән, лайыҡлы белем алған.

Әйткәндәй, "Атайсал" республика проекты сиктәрендә Күгәрсен тарих – тыуған яҡты өйрәнеү музейы өсөн дә шундай уҡ стендтар әҙерләнгән. Бағыусылар – “Күгәрсен агросәнәғәт берекмәһе”  яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (етәксеһе - Айрат Болғаиров) һәм “Водоканал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (етәксеһе - Олег Назаров).

 Музей директоры, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе  Рөстәм Сәйетбатталов Күгәрсен мәктәбе уҡыусыларына Бөйөк Ватан һуғышы яугиры Хисмәтуллин Хәйбулла Хәлил улына арналған тарихи фильм да күрһәтте. Хәйбулла Хисмәтуллин беҙҙең райондың Үрге Һаҙ ауылында тыуған. Сержант, 228-се штурмлау авиация дивизияһы пилоты, 19 йәшендә генә фронтта һәләк булған. Фильмда эҙәрмән отрядтары, туғандары, вайымһыҙ булмаған кешеләрҙең ярҙамы менән пилоттың һөйәктәре табылыуы хаҡында бәйән ителә. 78 йыл үткәс, 2021 йылдың 22 июнендә, геройҙы Мәҡсүт ауылы зыяратында яңынан ерләйҙәр...

#героироссии #Климов #Рафиков #23февраля #кугарчинскиймузей #Атайсал #память#күгәрсенрайоныбашҡорттарыҡоролайы

 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: