Мораҙым
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
22 Февраль 2023, 09:36

Ил яҙмышы ирҙәр иңендә...

Ватан именлеге өсөн яуаплылыҡ көслө заттар иңендә ята. Мораҡ үҙәк район дауаханаһы балалар табип-хирургы Илгиз Аллағужин 1986-1987 йылдарҙа һалдат шинелен кейгән һәм ил алдындағы изге бурысын намыҫ менән үтәгән.  Һапаш ауылы егете Башҡорт дәүләт медицина институтының 1-се курсын тамамлағас, хеҙмәткә алына.  Тәүҙә Ырымбурҙа сержанттар әҙерләү мәктәбендә ярты йыл дауамында хәрби әҙерлек үтә. Артабан Кольск ярымутрауына - Кандалакша ҡалаһына ебәрелә. Дауамы - сайтта

Ил яҙмышы ирҙәр иңендә...
Ил яҙмышы ирҙәр иңендә...

Финляндия сигенән 80 саҡрым алыҫлыҡта Һауаға ҡаршы оборона ғәскәрҙәрендә – ракеталар тоҫҡау станцияһында өлкән оператор булып хеҙмәт итә. Шул йылдарҙа уҡ Норвегияла НАТО блогы тора һәм провакациялар була - беҙҙең хәрбиҙәр һауа сиктәрен һаҡлай.

300 офицер менән 500 һалдат араһында 30-лап милләт вәкиле – рус, поляк, әрмән, грузин, грек, азербайжан, рус һ.б. була. Шулай булһа ла, Ленинград өлгөлө хәрби округының өлгөлө хәрби часында бер ҡасан да милләт-ара низағҡа юл ҡуйылмай, бер туғандай татыу, дуҫ булалар. Башҡорт милләтенән Илгиз Хөрмәт улы бер үҙе генә була. Баҫалҡылығы, етеҙлеге өсөн хөрмәт итәләр башҡорт егетен. Ҡатмарлы техника ( “С-200” зенит-ракета комплексы) менән эш итеү айырым иғтибар, бар йәһәттән теүәллек, иғтибарлы булыуҙы талап итә – был йәһәттән дә һынатмай яҡташыбыҙ...

 Буласаҡ табип хеҙмәттән ҡайтҡан йылды уҡ уҡыуын дауам итә.

 Юғары белемле табип-хирург булыуы хаҡында ҡулына диплом алғандан һуң Илгиз Хөрмәт улы Салауат ҡалаһының балалар дауаханаһында интернатура үтә. 1993 йылда иһә Мораҡ үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлеге табибы булып эш башлай. Бына шул осорҙан алып, уның бар хеҙмәте ошо дауахана менән бәйле. Ун йыл хирургия бүлеген етәкләй. 2015 йылда ультратауыш диагностикаһы буйынса белгес сертификатын ала, хирургия буйынса юғары квалификациялы категорияға эйә, ул - Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, намыҫлы хеҙмәте өсөн 2017 йылда “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы”тигән маҡтаулы исем бирелә.

 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: