Тәүге аш-һыу – бишбармаҡ. Уны бешерә белмәгән башҡорттоң үҙе юҡтыр. Йылҡы итенән дә (ярамайға ҡарап та тормайбыҙ), һыйыр, һарыҡ йә ҡош-ҡорт итенән дә тәмле килеп сыға.
Ҡәҙимге туҡмас өсөн ҡамырҙы һәр кемебеҙ баҫа белә, бына шуны йәйеп, ҙур-ҙур шаҡмаҡтарға бүлеп ҡырҡып (ҡаҙаҡ һалмаһы ла тиҙәр уны) алһаҡ, бишбармаҡлыҡ һалма әҙер ҙә була. Бешеп сыҡҡан итте алып, һурпаһын һөҙөп, унда һалманы йөҙҙөрөп кенә бешереп алғас, туралған ит өҫтөнә һалып, балдаҡлап туралған һуған теҙеп, тоҙлоғон ҡойоп, табынға бирәләр. Ҡалған һурпаны ҡоротлап, борослап бишбармаҡ ашағас эсергә була.
Колбаса –фәлән алып та ҡаңғырмайыҡ – ҡаҙы, тултырма һәм башҡа деликестар булғанда улары кәрәк тә түгел.
Бишбармаҡ менән генә хушһынмаһағыҙ, былау, манты йә билмән бешешергә була. Уларҙы инде өйрәтеп тороу ҙа артыҡ.
Сәйгә инде емеш-еләк ҡайнатмалары, бал, ҡыҙыл эремсек ҡуйырбыҙ. Тәмле итеп бәлеш тә бешереп алайыҡ. Бәлеш өсөн эслеккә нимә алһаң да ярай - алма, ҡурай еләге, еләк, ҡарағат һәм башҡа емеш-еләк. Сейә менән дә бик тәмле килеп сыға, тик һөйәген алырға онотмағыҙ.
Ҡамыр былай әҙерләнә: ҡаймаҡ — 0,5 стакан; аҡ май (һыйыр майы) — 150 грамм; ҡабартҡыс (сода) — 1 балғалаҡ; шәкәр— 0,5 стакан (әҙерәк тә мөмкин); он - 2 стакан.
Эслеккә ҡушырға шыйыҡ масса өсөн: он— 2 ҡалаҡ; шәкәр— 1 стакан; 1 йомортҡа; ҡаймаҡ – ҡала ҡаймағы булһа, бер ҡап, ауылдыҡы булһа, ярты стакан да етә.
Онға шәкәр һәм ҡабартҡыс һалып бутағас, өҫтөнә һыуыҡ майҙы ҡырғыстан ҡырып һалып, ыуалайбыҙ. Май менән он ҡушылып, ыуалып ҡына торған массаға барлыҡҡа килә, шуға ҡаймаҡ өҫтәп, ҡамыр баҫабыҙ. Әҙер ҡамырҙы 15-20 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ.
Эслек өсөн йомортҡа менән шәкәрҙе туғыйбыҙ (шәкәрҙе үҙегеҙ теләгәнсә, тәменсә ҡулланығыҙ, сөнки ҡайһы берәүҙәр ныҡ шәрбәтлене оҡшатмай), шунан ҡаймаҡ менән 1-2 ҡалаҡ он өҫтәп болғатабыҙ.
Хәҙер емеш-еләкте әҙерләйбеҙ, алма икән - ҡараймаһын өсөн лимон һутын һибәбеҙ. Һыуытҡыстан ҡамырҙы алып, табаға ҡул менән ситтәрен күтәртеп йәйәбеҙ ҙә емеш-еләкте һалып, эслекте ҡойоп, ҡыҙыу мейескә оҙатабыҙ. 45 минут тирәһенән бәлеш әҙер була. Табынға бер аҙ һыуынғас ҡына бирергә, юғиһә, формаһы юғалып, иҙелеүе ихтимал.
Эремсектән дә сәйгә тәмлекәс эшләп ултыртырға була.
Аҡ эремсеккә шәкәр ҡомо, ҡаймаҡ (магазиндыҡы булһа ла ярай) ҡушып, шыйыҡ ҡына масса килеп сыҡҡансы болғатабыҙ, тәм өсөн әҙерәк ванилин өҫтәйбеҙ, шул арала желатин әҙерләп (уның ҡабында нисек эшләргә икәнлеге яҙыла) эремсеккә ҡушып, төрлө һауыттарға емеш-еләк менән аралаштырып ҡойоп, һыуытҡысҡа ултыртабыҙ.
Балаларға ла, үҙебеҙгә лә - бынамын тигән тәмлекәс.
Шулай итеп, үҙебеҙҙең ризыҡтан да һый-ниғмәттән һығылып торған мул байрам өҫтәле ҡорорға була.