Ҡайнатылмаған еләк
Ярты кг баҡса еләге, 750 – 800 г шәкәр.
Яңы ғына йыйылған еләкте ныҡлап таҙартырға, саҡ ҡына боҙола башлағаны булһа ла, алып ташларға, япраҡтарын ҡалдырмаҫҡа. Бынан һуң уны тағы ла бер тапҡыр йыуып, һыуын һарҡытырға. Ул ҡороп бөтөргә тейеш. Шунан ҡайнар һыу ҡойолоп, тағы ла һарҡытыла.
Еләк ҡайнар һыу менән бешекләнгән, стерилләнгән һауытҡа күсерелә. Тейешле шәкәр ҙә шунда өҫтәлә. Ингредиенттарҙы мотлаҡ бутарға кәрәк, шәкәр бөтә ергә лә тигеҙ таралһын. Блендер ярҙамында, бер генә төйөрө лә ҡалмаҫлыҡ итеп иҙергә. Еләк һаҡланасаҡ банкалар мотлаҡ стерилләнә, ҡапҡастар ҙа.
Бөтнөклө еләк ҡайнатмаһы
Ер еләге – 1 кг, шәкәр – 1 кг, бөтнөк (кипкәне лә, яңы өҙөлгәне лә бара) – 2 ҡалаҡ.
Йыуып таҙартып әҙерләгән еләккә шәкәр бутап, төнгөлөккә һыуытҡысҡа ултыртырға. Һуңынан һутын икенсе һауытҡа бушатып, еләкте уртаса утҡа ҡайнатырға ҡуйырға. Ҡайнап сыҡҡас, һутын һалып, тағы биш минут утта тотоп, шул ваҡытта күпереген алырға. Әкрен генә болғатырға.Өс тапҡыр ҡайнатып һыуытырға. Һуңғы ҡайнатыуҙа ваҡланған бөтнөк ҡушырға. Тәмле булһын!
Балалар өсөн ҡайнатма
Балалар өсөн тәғәйенләнгән аҙыҡ-түлектә витаминдарҙың күберәк булыуын теләйбеҙ. Ҡайнатма ла татлы ғына түгел, файҙалы ла була ала. Бына бер ысул – 3 кг баҡса еләге, 1,5 кг шәкәр, 1 лимон, 20 г пектин.
Әлбиттә, ҡайнатмала файҙалы матдәләр күберәк ҡалһын өсөн уны мөмкин тиклем әҙерәк ҡайнатырға кәрәк. Ләкин ундай аҙыҡты һаҡлауы ҡыйыныраҡ, шуға ла шәкәрҙе күберәк ҡушалар, ә беҙ уны әҙерәк ҡулланырға булдыҡ. Боҙоласаҡ тип ҡурҡмағыҙ, ҡайнатма һыуытҡыста ҡыш буйы яҡшы һаҡланһын өсөн бер нисә ябай ғына ҡағиҙәне иҫтә тотоу ҙа етә:
1. Ҡайнатма өсөн яңы ғына йыйылған еләк-емеште ҡулланырға кәрәк, көн торошо ла мөһим: аяҙ булһын.
2. Ҡайнатманы әҙерләгәндә, һаҡлағанда һауыт ҡоп-ҡоро, стерилләнгән булырға тейеш. Шулай уҡ еләкте йыя башлаған ваҡытта биҙрәнең таҙа булыуы шарт.
Ингредиенттарҙы бергә бутарға, бер-ике сәғәт кенә тотоп, утҡа ҡуйырға. Шәкәре әҙ ҡушылған был ҡайнатманың күбеген саҡ ҡына ла ҡалдырырға ярамай, ентекләп йыйырға кәрәк. Татлы аҙыҡ 7 – 8 минут ҡына утта тотола һәм эҫе килеш банкаларға һалына.
Ҡуйыртылған һөт менән баҡса еләгенән тәмлекәс
Ябай ҙа, еңел дә, тәмле лә. Эре еләктәрҙе айырып (улар бөтөн килеш өҫтәп ебәреү өсөн кәрәк), ваҡтарын блендерҙа иҙеп, бер ҡап ҡуйыртылған һөт ҡушып (тәмен үҙегеҙ көйләгеҙ, кемдер артыҡ татлыны яратмай), болғатабыҙ ҙа, контейнерҙарға айырып алып ҡалған эре еләкте таҙалап һалғас, өҫтөнә иҙмәне ҡоябыҙ. Был тәмлекәс туңдырғыста һаҡлана, сәй менән эсеүгә лә, ҡоймаҡҡа эслек итеп тә, төрлө коктейлдәр эшләгәндә лә ҡулланыла.
Талҡан менән баҡса еләге
Баҡса еләгенән аҙ ғына шәкәр һалып (ҡушмаҫҡа ла мөмкин) иҙмә (пюре) эшләп, талҡан ҡушҡас, пергамент ҡағыҙҙы йәбешмәһен өсөн майлап, тигеҙ генә итеп ҡойорға. Артыҡ ҡалын да, йоҡа ла булмаһын. 60 градуслыҡ эҫе мейестә 2-3 сәғәт тотҡас, һүндереп, төнгөлөккә асыҡ мейестә ҡалдыраһың. Көн эҫе булһа, ҡояшта ла киптереп алырға була. Шәкәр пудраһы йә ҡоро талҡан менән әүәләп, быяла банкаларҙа һаҡлайҙар.
Мультиваркала ҡайнатма
Ҡайнатманы мультиваркала әҙерләү бик уңайлы, ул талғын һәм тигеҙ генә ҡайнай, түгелмәй.
1 кг баҡса еләге, 1 кг шәкәр.
Йыуып таҙартылған, һарҡытылған еләкте мультиваркаға һалып, ҡул менән саҡ ҡына иҙгесләргә кәрәк. Был еләктең һуты сыҡһын, ҡуйыраҡ булһын өсөн эшләнә. Аҙаҡ шәкәр өҫтәлә, бутала.
Был осраҡта ҡамыр аҙыҡтарын әҙерләү режимы тура килә. Әҙерлек барышында ҡайнатманы буташтырып алырға ла мөмкин. Яҡынса бер сәғәт самаһы ҡайнатырға кәрәк. Стерилләнгән банкаларҙа һаҡлана.
Ер еләге менән май
Ер еләген блендерҙа иҙеп яңы бешелгән майға ҡушып баҫҡас, уртаса ҙурлыҡта йомарлап, туңдырғыста һаҡлайҙар.
Баҡса еләгенән һут
2 кг баҡса еләге, 1 кг шәкәр, 1 стакан һыу.
Баҡса еләген йыуырға ла, картфу төйгөс менән иҙгеләп, саҡ ҡына йылытылған һыу ҡойолған эмаль кәстрүлгә һалырға. Ошо масса утҡа ҡуйылып, аҡрын ғына эҫетелә, тик ҡайнап сығырға тейеш түгел. Бынан һуң кәстрүлде уттан алып һыуытырға ла, яңынан 15 минут тирәһе ҡайнатырға. Һут эҫе килеш банкаға ҡойола һәм стерилләп ябыла.
Ер еләгенән ҡайнатма
1 кг еләккә 1,2 кг самаһы шәкәр алына. Шәкәрҙе йәлләмәгеҙ, уның самаһы шундай. Ҡайнатма өсөн бер ҙурлыҡтағы, өлгөргән, боҙолмаған, ҡараймаған еләктәр генә алына.Өлгөрөп етмәгән еләктәр яҡшы һаҡланһа ла, тәмле түгел, артыҡ өлгөргәндәре иҙелеп бөтә. Ҡайнатма әҙерләү өсөн эмаль һәм ҡалын төплө һауыттан да шәберәге юҡ.
Еләк бәлеше
Йәйҙең йәмле көндәрендә хуш еҫле еләк бәлеше бешерәйек әле. Постҡа лайк ҡуйып, комментарий ҡалдырырға онотмағыҙ.
Ҡамыр өсөн: 200 г магазин ҡаймағы, 300-400 мл әсегән һөт (мөмкин кефир), 1 балғалаҡ сода, 0,5 балғалаҡ тоҙ, 1 аш ҡалағы шәкәр, 2 аш ҡалағы көнбағыш майы, он.
Эслегенә еләкте (әҙерәк шәкәр ҡушып ебәрергә онотмағыҙ), уның өҫтөнә май киҫәктәре йә ауыл ҡаймағы һалып, бәлеште 30-40 минутҡа мейескә оҙатабыҙ (180 градусҡа).
Тәмле лә, татлы ла бәлешебеҙ әҙер. Бер аҙ һыуынғанын көтөп алһағыҙ, эсендәге һуты яҡшылап һеңер. Ул ваҡытта тәмле итеп үлән сәйе әҙерләп өлгөрөрһөгөҙ.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!
Емеш-еләктән ҡаҡ ҡойоу
Ҡаҡ еләк-емеш иҙмәһенә бер аҙ шәкәр, бал, башҡа емештәрҙең һутын ҡушып әҙерләнә. Емеш иҙмәһен әҙерләү өсөн иң тәүҙә уны һыуҙа яҡшылап йыуырға, һуңынан төшөн алып, таҙартырға.
Ҡаҡ ике төрлө әҙерләнә. Беренсеһе емеш-еләкте блендер аша үткәреп, бешермәй генә эшләнә. Икенсе ысул буйынса иһә емеште 40 минут самаһы ҡайнатырға кәрәк. Ҡайнатҡан ваҡытта бүленеп сыҡҡан һутын түгергә онотмағыҙ. Ҡалғанын шулай уҡ блендер менән иҙеп, киптерергә генә ҡала. Әйткәндәй, емеш төшлө булһа, алдан да алырға мөмкин, бешергәндән һуң иләк аша ла үткәрергә була. Был осраҡта ҡабығы менән төшө үҙенән-үҙе иләктә тороп ҡала.
Ҡаҡты киптереүҙең дә бер нисә ысулы бар.
Асыҡ һауала киптереү - борондан килгән ысул. Ҡаҡты майланған туҡмас таҡтаһына, батмусҡа йәйеп һалып, ҡояш аҫтына ҡуйып киптереү. Эҫе көндә тәүлек эсендә әҙер булыуы ихтимал. Ғөмүмән, бындай тәбиғи ысул менән киптереү өсөн 2 – 4 көн ваҡыт китә.
Мейестә
Бының өсөн еләк иҙмәһен пергамент ҡағыҙы йәйелгән табаға ҡойоп, 80 – 90 градусҡа тиклем йылытылған мейескә ҡуйырға. Ҡаҡ 5 – 6 сәғәттән әҙер була. Был осраҡта мейес эсендә һауа алмашынып торһон өсөн, уның ишеген бер аҙ асып ҡуйыу шарт.
Махсус киптергестә
Еләк-емеш киптереү өсөн заманса махсус киптергестәр – хужабикәләр өсөн ҡаҡ әҙерләүҙә бик яҡшы ярҙамсы. Уның тәрилкәләренә шулай уҡ пергамент ҡағыҙы һалып, ҡаҡ йәбешмәһен өсөн өҫтөн әҙ генә майлап, емеш иҙмәһен ҡойорға. Еләк-емештең кибеү ваҡыты уның ҡалынлығына бәйле. Ғәҙәттә, 70 градуста 5 – 7 сәғәттә әҙер була. Ҡаҡтың әҙерлеген бармаҡҡа йәбешмәүенә ҡарап белергә була. Ҡаҡты ҡапҡас ябылған быяла банкала һаҡларға мөмкин. Шулай уҡ шыптыр ҡаптарға төрөп, һыуытҡыста һаҡлайҙар. Оҙаҡ һаҡлау өсөн махсус ҡаптарҙа туңдырғысҡа ҡуялар.
Еләктән ҡаҡ
Ҡаҡ ҡойоу өсөн еләкте таҙартырға һәм һалҡын һыуҙа яҡшы итеп йыуырға кәрәк. Шунан блендер менән иҙеп, тәменә ҡарап шәкәр өҫтәргә. Килеп сыҡҡан массаны кәстрүлгә һалып, ҡайнап сыҡҡандан һуң 1 – 2 минут ҡына бешереп алырға. Артабан табаға тигеҙ итеп йәйеп һалып, ҡулға йәбешмәҫлек хәлгә еткергәнсе киптерергә. Ипләп кенә пергамент ҡағыҙын ҡаҡ менән бергә әйләндерергә һәм айырып алырға. Ысҡынмаған хәлдә, ситтәрен әҙ генә еүешләргә мөмкин.