Дауа – аяҡ аҫтында
Мәк
(мачок рогатый, глауцина)
Баҡсаларҙа мәк сәскәһенең ниндәйен генә үҫтермәйбеҙ. Ҡаҙаҡ, төркмән далаларында һәм башҡа ерҙәрҙә мәкте сәсеп үҫтергәндәй, яланда күҙ яуын алып ултырғанын беләбеҙ. Ә беҙҙең Башҡортостан ҡырҙарында мәк сәскәһе үҫә микән?
Күп йыллар элек Хайбулла районында оло юл ситендә мәккә оҡшаған сәскәне күреп аптырағайным. Ҡуян ул тапҡан - ҡуйыр урын тапмаған тигәндәй, юл ситендә ыҙалап ултыра тип, икенсе ергә күсереп ултырттым. Әлбиттә, эҫелә ул һулыны. Бәлки, ул сәскә ер йөҙөндә һуңғыһы булғандыр ҙа мин уның бөтөүенә сәбәпсе булғанмындыр тигән үкенес оҙаҡ борсоп торҙо.
Һәм бына, нисә йылдар үткәс,( Күгәрсен районында) ҡыр үләндәренә эләгеп, баҡсама шул сәскә килеп ҡунаҡланы. Баҡһаң, ул тап шул оло юл, тимер юлдарының ситендә үҫә икән.
“Мачок рогатый” - орлоғоноң ҡуҙағы мөгөҙгә оҡшап торған өсөн шулай атала. Ағыулы үлән, мал ашап бармай. Хатта йылҡы малының был үләнде ашағандан һуң, 2-3 сәғәт үткәс, үлеү осраҡтары билдәле.
Курил сәйе
(пятилистник кустарниковый, лапчатка кустарниковая, курильский чай)
Үләндәрҙең башҡортса исемдәренә килгәндә, һәр саҡ тапҡыр, бары шул үләндең үҙенә хас матур исемдәре булыуы һоҡландыра.
Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына ингән күп йыллы курил сәйе үләненең исеме менән килешмәйем шулай ҙа. Был үләндең дә бик матур, башҡортса исеме булғандыр бит. Бәлки, әлеге көндә лә уны белеүселәр барҙыр. Курил утрауҙарында табып, документҡа теркәгәндән алып, курил сәйе – курильский чай булып киткән. Ботаникала иһә, “пятилистник кустарниковый” тип атала. “Лапчатка” тип тә йөрөтәбеҙ. Башҡортостанда төрлө исем менән йөрөгән, күп төрҙәре бар был үләндең.
Курил сәйе Башҡортостандың Белорет, Баймаҡ районының тау һырттарында үҫә.Һуңғы ваҡыт уны, декоратив сәскә булараҡ, баҡсала үҫтерәләр.
Миндә һары төҫлөһө үҫә. Ҡабат - ҡабат сәскәгә күмелеүен теләһәгеҙ, баштарын сәй өсөн ҡырҡып алып тороу кәрәк.
Дарыу үләне булараҡ, 15 см өҫкө өлөшөн, тамырын ҡулланалар. Киптереп, ферментлап эсергә була. Файҙаһына килгәндә, бауыр, ашҡаҙан өсөн килешә. Дисбактериоз булғанда, төрлө ашҡаҙан-эсәк инфекцияһы ауырыуҙарынан уңышлы дауаланыу осраҡтары билдәле. Нервылар ҡаҡшағанда, үпкә ауырыуҙарынан да шифалы. Иммунитетты нығыта, оҙайлы ауырығандарға хәл бирә.
Һырғаҡ
(репешок обыкновенный)
Башҡортостанда киң таралған күп йыллыҡ үҫемлек.
Ҡайһы үләнде дарыу өсөн мотлаҡ йыйырға тигәндә, һырғаҡ үләнен, тип әйтер инем. Дарыу өсөн үләндең бар өлөшө лә ҡулланыла. Өҫ яғы сәскә атҡан ваҡытта йыйылһа, тамыры - көҙ, орлоғо өлгөргәс алына. Һабағын тотош йыйһам да, сәскәһен (өҫкө өлөшөн), япрағын , һабағын айырым киптереп һаҡлайым. Сәскәһен үт ҡыуығы өсөн күберәк ҡулланылһа, япрағын ферментлап, сәй әҙерләйем. Төрлө аллергия, бауыр ауырыуҙарынан, бөйөр, үт ҡыуығында таш буған осраҡта, шәкәр диабеты һәм башҡа ауырыуҙарҙан шифалы. Һабағы иһә ҡан тамырҙарының һығылмалығын арттырыуға булышлыҡ итә. Тамыры – геморрой булғанда һәм ҡанды туҡтатыу өсөн ҡулланыла. Әлбиттә, был үләнде тотош киптереп, турап алып һаҡларға ла мөмкин. Шифаһы һанап бөткөһөҙ һырғаҡ үләненең. Ә шулай ҙа, бауыр, үт ҡыуығы, ашҡаҙан сирҙәрендә айырыуса файҙалы.
Тилсәүит
(марьяник полевой)
Тилсә һүҙен руссаға тәржемә иткәндә, “золотуха” була. Тимәк, был үлән, тилсә ауырыуын дауалау көсөнә эйә тигәнде аңлата. Ысынлап та, халыҡ медицинаһында был үләнде төрлө тире ауырыуҙарынан ҡулланалар.
Шулай уҡ ҡан баҫымын төшөрөргә, баш әйләнгәндә, йөрәк сирҙәренән, эпилепси булғанда ярҙам итә.
Был үләндең төрҙәре бик күп. Ярым паразит үлән, йәғни, икенсе үләндең көсөн алып йәшәй.
Бөрмә үлән
(клоповник)
Урыҫса исеме үк әйтеп тора, был үләнде өйҙәге ҡандала һәм башҡа бөжәктәрҙе бөтөрөр өсөн ҡулланғандар.
Бала саҡта бер инәй ошо үләнде ҡулына алып: “Аслыҡ ваҡытында был үләндең емен ҡул тирмәне менән тартып ашаныҡ”, - тип һөйләп ултырғайны. Иҫең китер, ҡул тирмәне менән тартыр өсөн күпме йыйыр кәрәк! Был үләндең орлоғо лайлаланып китеүен ҡыҙыҡ күреп, осратҡан һайын йыйып телдә йөрөтә торғайныҡ.
Кәбеҫтә сәскәлеләргә ҡараған бөрмә үләненең 150 төрө билдәле. Беҙҙә йыш осраған төрө эренле яраны тиҙ уңалта, һөйәлде бөтөрә, тән ҡыҙыуын баҫырға ярҙам итә.
С. Хәйретдинов китабында был үләнде “ҡандалагөл”
тип тәржемә ителгән. Бәлки, был урыҫсанан тура тәржемәһелер.
Зәржә, фәрҙә, еҫле балтырған
(сныть)
Иртә яҙҙан алып йәй буйы ашарға мөмкин. Шулай ҙа белгестәр әйтеүенсә, июнь айында шифаһы күберәк . Йыйып киптерергә, салатҡа турарға, ашҡа һалырға була. Ашарға йомшаҡ, яңы үҫеп сыҡҡанын йыябыҙ.
Файҙаһы һынап бөткөһөҙ. Өлкән йәштәге кешеләргә бигерәктә кәңәш итер инем. Альцгеймер, остеопороз, шәкәр ауырыуҙарынан профилактика, һынған һөйәктәрҙең тиҙерәк уңалыуына булышлыҡ итә. Ҡул, аяҡ быуындары ауыртҡан кешеләр ҙә ошо үләндең шифаһын күрәбеҙ, тиҙәр.
Яҙ йондоҙо, ҡарлуғас үләне
(чистяк весенний)
Был сәскә яҙ йондоҙо тигән исем менән йөрөй. Сәфәрғәле Йәнтуриндың ботаника буйынса һүҙлегендә ҡарлуғас үләне тип бирелә. Ә яҙ йондоҙон ул “хохлатка” тип тәржемә иткән.
Әлбиттә, үләндәр буйынса белгес менән килешке килә. Тик уйлап ҡараһаҡ, июнь буйы сәскә атҡан хохлатканы яҙ йондоҙо тип атап буламы? Һәм уның сәскәһе лә бөтөнләй йондоҙға оҡшамаған.
Ә “чистяк” балҡып торған йондоҙға оҡшаған, яҙын ғына сәскә ата. Сәскә атып бөткәс тә, үләндең ер өҫтөндәге өлөшө кибеп юҡҡа сыға.
Әлбиттә, Башҡортостандың төрлө райондарында төрлөсә аталыуы мөмкин. Шулай ҙа мөһим һүҙлектәр дөрөҫ тәржемәләр менән яҙылһын ине.