Мораҙым
-23 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Ураҙа тотоусыларға кәңәштәр

Ураҙа 30 көн, нәҡ ошо ваҡытта кеше организмында үҙгәрештәр көйләнә. Әйҙәгеҙ, ҡайһы ваҡытта ниндәй яңырыу кисереүен ҡарап үтәйек.

Ураҙа тотоусыларға кәңәштәр
Ураҙа тотоусыларға кәңәштәр

 

☘ Тәүге ике көндә кешенең организмы өйрәнә. Ғәҙәттә, сәхәр эскәндән һуң 8 сәғәт үткәс кенә организм, аҙыҡтан алынған энергияны сарыфлап бөтөп, бауырҙағы һәм мускулдарҙағы запастарға күсә. Аҙаҡ энергияны тире аҫтындағы май ҡатламынан "һура" башлай. Ҡанда холестерин, шәкәр кимәле төшә. Шуға ла кешенең йоҡоһо килә, хәле бөтә. Ауыҙҙан насар еҫ килеү, баш ауыртыу, әйләнеү ҙә - ҡандағы шәкәрҙең кинәт төшөүенең эҙемтәһе.

 

☘ 3-7-се көндәр - күнегеү этабы.

Тән асығыуға күнегә башлай. Аҙыҡ менән шәкәр ала алмағас, организм май ҡатламындағы майҙы тарҡатып, шәкәргә әйләндерә. Ауыҙ асҡандан һуң йыш итеп аҙлап-аҙлап таҙа һыу эсергә кәрәк - көн дауамында тәндәге һыу запасы ныҡ кәмегән була. Ашаған аҙыҡ углеводтарға һәм майҙарға бай булырға тейеш, йәғни баланслы туҡланыу ҡағиҙәләрен үтәү фарыз. Организмға тоҙҙар, аҡһым, шыйыҡса кеүек туҡлыҡлы матдәләр кәрәк.

 

☘ 8-15-се көндәр - еңеллек этабы.

Был этапта тән асығыуға өйрәнә. Ураҙаға тиклем кеше артығын ашап, организмына көс төшөрһә, был осорҙа уның тәне тәбиғи режимға күсә: йөрәге, бауыры һәм башҡа эске органдары "еңел һулап", хужаһының эске механизмы үҙенән-үҙе таҙарыуға, һауығыуға йүнәлтә. Төп эште бында бауыр башҡара: ул организмдағы майҙарҙы кетон матдәләренә - химик ҡушылмаларға әйләндерә. Кетон матдәләре – мускул туҡымаһы һәм бөйөр өсөн яғыулыҡ ул, асыҡҡанда улар мейегә кәрәкле энергия биреп тора.

 

☘ 16-30 көндәр - детокс.

Был осорҙа организм тулыһынса ураҙаға өйрәнгән була. Йыуан эсәклек, бауыр, бөйөрҙәр һәм тире таҙара. Организм бөтөн көсөн һалып, эшләй. Ғәҙәттә ураҙа тотоусылар был этапта хәтерҙең яҡшырыуы, энергия артыуы, интуиция көсәйеүе кеүек ғәжәйеп һәм рәхәт тойғолар кисерә, белем алыу, ниндәйҙер мәғлүмәт үҙләштереү бик еңел бирелә.

 

Табиптар әйтеүенсә, ураҙаның икенсе яртыһында, оҙаҡ асығып йөрөү сәбәпле, кешенең организмы мускулдарҙағы аҡһым менән туҡлана башлай һәм энергия башлыса мейе менән йөрәккә йүнәлтелә. Әммә бынан һис ҡурҡырға ярамай - ҡояш батыу менән ураҙа тотоусы һыу эсеп, йылы аҙыҡ ашап, энергияһын йыя һәм шуға ла уның мускул массаһы кәмемәй. Был осорҙа кешенең иммун системаһы яңыра һәм көс туплай. Һөҙөмтәлә организм теләһә ниндәй ауырыуҙарҙы дарыу-фәләнһеҙ үткәрә ала.

 

Ураҙа тотоусыларға табиб Айрат Зыятдинов кәңәштәре:

Ураҙа ваҡытында иң мөһиме – иртәнге аш – сәхәр. Пәйғәмбәребеҙ ҙә: «Сәхәрҙә – бәрәкәт», – тигән. Сәхәрҙә бауырҙан үтте сығара торған ризыҡтар булырға тейеш. Бауырҙа үт йыйылһа, токсиндар барлыҡҡа килә. Әгәр сәхәрҙә еләк-емеш, һыу менән еңелсә генә ҡаплап алһағыҙ, үт бүленеп сыҡмаясаҡ. Шуға күрә сәхәрҙә мал-тыуар аҡһымдарына бай ризыҡтар ашарға кәрәк. Эремсек, ҡаймаҡ, йомортҡа, аҡ май, һурпалы аш ашау файҙалы. Майҙан ҡурҡырға ярамай. Аҡыл хеҙмәте менән шөғөлләнгән кеше көнөнә кәм тигәндә 100-110 грамм май ҡулланырға тейеш. Был ризыҡтар токсиндарҙан таҙарта, матдәләр алмашыныуы яҡшыраҡ эшләй башлай. Ураҙа тотҡанда хәлһеҙлек, күңел болғаныу, баш ауыртыу кеүек күренештәр ҙә һирәгерәк күҙәтелә.

Ифтар һыуҙан башланырға тейеш. Йылы һыу ашҡаҙанда көнө буйына йыйылған лайланы йыуып төшөрә. Шунан һуң ғына төп аҙыҡҡа күсәһең. Әгәр еләк-емеш ашағығыҙ килһә, уны ла һыу эскәс, ашар алдынан ҡабып ҡуйырға кәрәк. Әгәр еләк-емеште ашағандан һуң ҡапһаң, ул ашҡаҙандағы ризыҡты эшкәртеүҙе ауырлаштырасаҡ.

Ифтар менән сәхәр араһында кәм тигәндә биш сәғәт ваҡыт уҙырға тейеш. Ни өсөн тигәндә, ашҡаҙандағы ризыҡ эшкәртелеп бөтөргә тейеш. Шуға күрә ифтар менән сәхәр араһында ҡапҡылап йөрөргә кәңәш ителмәй. Ә бына йылымса һыу эсеү файҙаға ғына.

Ашҡаҙанда аҙыҡ 5-6, хатта 7-8 сәғәт ятырға мөмкин. Ашағандан һуң 1,5 сәғәт һыу эсергә ярамай. Ни өсөн тигәндә, һыу тоҙ кислотаһын йыуып төшөрә. Әммә ашар алдынан һыу эсеп ҡуйырға кәрәклеген әйткәйнек. Ашағандан һуң бик ныҡ һыу эскегеҙ килһә, бер-ике йотом сәй йәки ҡәһүә эсеп ҡуйырға ярай.

Йоҡо режимын үтәү ҙә мөһим. Киске туғыҙҙан төнгө икегә тиклем йоҡола мелатонин исемле гормон бүленеп сыға. Ул бөтә гормондарҙы ла көйләп тора. Гел шәрбәт нәмә ашағы килеү ҙә шул гормон етмәү менән бәйле. Ураҙа ваҡытында ла сәхәргә тиклем бер нисә сәғәт йоҡлап алырға тырышығыҙ. Ҡайһы берәүҙәр ифтарҙан һуң сәхәргә тиклем бер ҙә ятып тормай. Улай ярамай! Организмыбыҙ хәл алырға тейеш.

Автор: Айгөл Айытҡолова
Читайте нас