Балыҡты киҫәктәргә бүлеп йә шул килеш тоҙларға була. Бер кило самаһы балыҡҡа (бағыр ҙур ғына була, берәүһе кило ярым- ике кило тирәһе, унан да ҙурыраҡ булыуы ихтимал) 60-70 гр. тоҙ, 10 дана борсаҡлы борос, бер ҡалаҡтай шәкәр ҡомо, 2-3 лавр япрағы алаһың. Тоҙлай торған һауытҡа һәр балыҡты (йә киҫәкте) матур итеп тоҙло ҡатнашма менән ышҡып, тиреһе менән аҫҡа ҡаратып һалаһың да өҫтөнә тағы ла әҙерәк тоҙ, шәкәр һибеп, һыуыҡҡа сығараһың. Май ҡойоп тороу кәрәкмәй, бағыр былай ҙа майлы балыҡ. Ике-өс көндән тоҙло балыҡ әҙер ҙә була. Табынға әҙерәк лимон һуты һибеп бирәләр. Эргәһенә картуф бешереп тә һалһаң, үҙе бер дан һый.
Бының өсөн бер литр (70 градус йылылыҡта) һыуға ике аш ҡалағы тоҙ, бер аш ҡалағы шәкәр һалып, тоҙлоҡ әҙерләйҙәр. Ыуылдырыҡты шекәрәһенән айырмай ғына рәтләп һауытҡа һалып, тоҙлоҡтө ҡойғас, ипләп кенә болғатаһың. Болғатҡан саҡта шекәрәһе ысҡынып, бөртөктәре айырылып сыға. 10-15 минуттай (мөмкин күберәк ваҡыт) тоҙлоҡта тотҡандан һуң, ваҡ һөҙгөслө иләк менән һөҙөп алаһың. Ул ярмаланып ҡына торорға тейеш. Әҙер ыуылдырыҡты быяла банкаларға һалып, һыуыҡҡа ҡуяһың. 3-5 сәғәттән ул ашарға яраҡлы булыр.
Балыҡты артыҡ ҙур ҙа, артыҡ бәләкәй ҙә итмәй киҫәктәгә бүлеп, тоҙ, ҡара борос һалып ышҡыйһың. Тоҙо иреп, ағып сыҡҡан һыуын һарҡытҡас, самалап он, манный, шөкәрә ҡушылған ҡатнашмала әүәләп, майҙа ҡыҙҙыраһың. Бешеп сыҡҡансы, табаның ҡапҡасын ябып торорға кәрәк, әҙер булыуға бер 5 минуттай ҡалғас, ҡапҡасын алып, утты көсәйтеп ҡыҙартып алһаң, бигерәк тә тәмле була. Ошолай уҡ әҙерләнгән балыҡты самалап ҡына майонез йә ҡаймаҡ һөртөп, мейестә (духовкала) бешереп алырға мөмкин.