Тултырылған ҡаҙ
Әллә ни ҙур булмаған ҡаҙ, ике литр ярым алма һуты, тәмләткестәр, 200 - 300 грамм ҡара емеш, тоҙ, 5 - 7 йәшел әсе алма кәрәк буласаҡ.
Ике аш ҡалағы тоҙға ярты балғалаҡ борос, дәрсен, шул уҡ самала онталған лаврҙы бергә бутап, шуның менән ҡаҙҙың эсен дә, тышын да ышҡырға кәрәк. Түшкәне таман ғына һауытҡа һалып, өҫтөнә сыҡҡансы алма һутын ҡойорға, әгәр һут етмәһә, һыу өҫтәргә була. Әҙерәк әскелтерәк булһын өсөн лимон һуты һығыла.
Ун сәғәт тирәһе һыуытҡыста тоторға, артабан ҡаҙ түшкәһен һутынан һарҡытып, эсен самалап тоҙлайбыҙ ҙа ҡара емеш һәм һыйғансы туралған алма тултырып, ныҡ еп менән тегәбеҙ. Ебе өҙөлөп, эсендәге алма-емештәр таралмаһын өсөн аяҡтары ла тарттырып бәйләнә.
Шунан ҡаҙҙы духовкаға оҙатабыҙ. 200 градусҡа тиклем эҫелектә яҡынса 1 сәғәт тотҡандан һуң алып, эҫе һыу өҫтөндә (водянная баня) әҙерләнгән шыйыҡса (бер ҡалаҡ бал һәм һөт өҫтө) менән ҡаҙҙы бөтә яғынан һылап сығырға кәрәк. Унан һуң инде ҡаҙҙы тағы ла ярты сәғәт бешерәбеҙ.
Бешкәнен белер өсөн бысаҡ менән сәнскеләп ҡарағыҙ, әгәр төҫһөҙ шыйыҡса сыҡһа, ҡаҙ әҙер тигән һүҙ.
Алма, лимон киҫәктәре һәм эсендә бешкән йәшелсә-емештәр менән биҙәп ултыртһағыҙ, был ризыҡ табындың йәме булыр!
Ҡабымлыҡтар
Ветчиналы ҡабымлыҡ өсөн ветчина, пекин кәбеҫтәһе, эслеккә йомортҡа, сыр, һарымһаҡ һәм майонез кәрәк.
Эслеккә бешкән йомортҡа, сыр һәм һарымһаҡты ҡырғыс аша үткәрергә, майонез менән болғатырға кәрәк.
Ветчинаны телемләп ҡырҡырға, өҫтөнә пекин кәбеҫтәһе киҫәге ҡуйырға, эслекте һалырға һәм, икегә бөкләп, шпажка менән беркетеп ҡуйырға.
Брускетта өсөн багет, эремсекле сыр, тоҙло ҡыҙыл балыҡ, ҡыяр, бөртөклө горчица (дәрсен), йәшел петрушка йәки башҡа үләндәр кәрәк.
Багетты телемләп турарға, өҫтөнә эремсекле сыр һыларға, ҡыҙыл балыҡ киҫәге һалырға, бөртөклө горчицаны янына һалабыҙ. Ҡыярҙы йәшелсә таҙартҡыс менән йоҡа итеп кенә ҡырҡабыҙ һәм рулет итеп төрөргә лә багет өҫтөнә ҡуйырға. Артабан петрушка менән биҙәп ебәрһәк, бик тәмле ҡабымлыҡ килеп сыға.
Киләһе ҡабымлыҡ өсөн тарталетка, эремсекле сыр, пекин кәбеҫтәһе, тоҙло ҡыҙыл балыҡ кәрәк. Тарталеткаға кәбеҫтә киҫәген ҡуябыҙ, бер сәй ҡалағы сыр һалабыҙ, 3-4 киҫәк шаҡмаҡлап туралған ҡыҙыл балыҡ һалабыҙ. Бик еңел һәм бик тәмле килеп сыға.
Һәр хужабикә үҙенең фантазияһы менән дә тарталеткаларға төрлө ҡабымлыҡтар эшләй ала.
Яңы йыл табыны – мул, күңелегеҙ көр булһын!
“Сәғәт" салаты
5 картуф, 2 кишер, 1 алма, 2 тоҙло ҡыяр, 1 һуған, консерваланған борсаҡ, тоҙ, майонез кәрәк. Биҙәү өсөн 6 йомортҡа, 1 ҡыҙыл татлы борос алына. Кишер менән картуфты бешерергә лә, әрсеп турарға. Борсаҡ, туралған тоҙло ҡыяр һәм ҡырғыстан ҡырылған алманы ҡушырға һәм майонез, тоҙ ҡушып, бөтәһен бергә бутарға. Әҙер массаны түңәрәк формалағы сөм һауытҡа һалып, ҡалаҡ менән тигеҙләргә һәм ҙурыраҡ яҫы тәрилкәгә баштүбән бушатырға. Сәғәттең “корпусы“ әҙер. Уның өҫтөнә икегә бүленгән һәм һарыһы айырылған бешкән йомортҡаларҙың түңәрәк яғын өҫкә ҡаратып, түңәрәкләп теҙергә . Һарыһын ваҡ ҡырғыстан үткәреп, уртаға һибеп сығырға. Ҡыҙыл боростан сәғәт телдәрен ҡырҡып алырға — минут телен оҙонораҡ, сәғәт телен ҡыҫҡараҡ һәм ҡалыныраҡ ҡырҡырға. Боростоң ҡалғанынан бер төрлө 28 нәҙек оҙонса киҫәк ҡырҡып алырға һәм йомортҡаларҙың өҫтөнә Рим һандары формаһында һалып сығырға. Улар йәбешеп торһон өсөн, башта йомортҡа өҫтөнә самалап майонез һөртөргә мөмкин.
“Яңы йыл” салаты
200 г бешкән тауыҡ ите, 100 г сыр, 2 бешкән йомортҡа, ярты һуған, ярты гранат, майонез, тәменсә тоҙ, ҡара борос кәрәк.
Һуғанды турағас, әсеһе бөтһөн өсөн эҫе һыуҙа бешекләргә. Сырҙы, йомортҡаны ҡырғыста ҡырырға. Тауыҡ итен ваҡ ҡына итеп турарға. Һуғандың һыуын һарҡытырға. Бөтә ингредиенттарҙы бергә ҡушып (әҙ генә сыр һәм йомортҡа ағын биҙәү өсөн алып ҡалығыҙ), майонез һалып бутарға. Салаттың өҫтөн – сыр, урта өлөшөн – йомортҡа ағы менән, ә ситтәрен гранат менән биҙәргә.
Авокадо һәм ҡыҙыл балыҡ менән тарталеткалар
200 г ҡыҙыл балыҡ, 14 тарталетка, 1 авокадо, 180 г сыр, ярты ҡыяр, петрушка, салат япраҡтары кәрәк.
Өлгөргән йомшаҡ авокадоның тышын әрсеп, шаҡмаҡлап турағыҙ. Уға 1 аш ҡалағы лимон һуты һығып һалырға кәрәк. Ҡырғыс аша үткәрелгән сырҙы өҫтәгеҙ һәм бер төрлө ҡатнашмаға әйләнгәнсе бутағыҙ. Тәрилкәгә салат япраҡтары һалып, уның өҫтөнә тарталеткаларҙы ҡуйып сығығыҙ, уларҙың эсен авокадолы, сырлы эслек менән тултырығыҙ. Ҡыҙыл балыҡты йоҡа ғына итеп телегеҙ, рулет итеп төрөп, тарталетка эсенә тығып ҡуйығыҙ. Ул роза һымаҡ килеп сығырға тейеш. Һәр тарталетканы ҡыяр һәм петрушка менән биҙәгеҙ.
Баклажандан ҡабымлыҡ
2 баклажан, 150 – 200 г сыр, 2 помидор, йәшел тәмләткестәр, майонез, 2-3 бүлкәт һарымһаҡ кәрәк.
Баклажанды йоҡа ғына итеп буйға телергә. Әсеһе бөтһөн өсөн 20 минут тоҙло һыуҙа тоторға. Ул арала эслек эшләргә: ҡырғыста ҡырылған сырға иҙегән һарымһаҡты, туралған йәшел тәмләткестәрҙе һәм майонез өҫтәп бутарға. Помидорҙы телемләп турарға. Баклажандарҙы ике яҡлап та ҡыҙҙырғандан һуң, уның бер яҡ башына сырлы ҡатнашманы һәм помидор телемен һалып рулет һымаҡ урарға.
Маринадланған бәшмәк менән салат
Салат өсөн бешкән ит, татлы борос, маринадланған бәшмәк, һуған, лимон һуты, көнбағыш майы кәрәк.
Итте, боросто, һуғанды һаламлап турарға. Маринадланған бәшмәк менән туралған ингредиенттарҙың бөтәһен бергә ҡушып бутарға. Көнбағыш майына лимон һуты һығып, ошо ҡатнашманы салатҡа һалып болғатырға.
“Йондоҙ” салаты
Бешкән тауыҡ ите, бешкән сөгөлдөр, һуған, аш һеркәһе, шәкәр, тоҙ, маринадланған ҡыяр, сыр, майонез, биҙәү өсөн гранат емештәре кәрәк.
1 -се ҡат –туралған тауыҡ ите, тоҙ, борос, майонез.
2-се ҡат – маринадланған һуған ( шәкәр,Һыу, аш һеркәһе һалып эшләнгән иретмәлә тоторға),
3-сө ҡат – маринадланған ҡыяр, майонез,
4-се ҡат – ҡырылған сөгөлдөр һалына.
Салаттың ситтәренә майонез һөртөп, өҫтөнә сыр һибергә. Уртаға майонездан селтәр эшләп, гранат менән биҙәргә.
Диңгеҙ балығынан аш
500 грамм диңгеҙ балығы, 2 – 3 картуф, 1 – 2 баш һуған, 1 – 2 тоҙло ҡыяр, ярты стакан һөт өҫтө (сливки), бер ус йәшел һуған, аҡ май, тәменсә тоҙ, ҡыҙыл борос кәрәк.
Һуғанды ваҡ итеп турап, аҡ майҙа ҡыҙҙырырға. Балыҡты йыуып-таҙартып, ҡылсыҡтарынан айырып, шаҡмаҡлап турарға. Картуф менән тоҙло ҡыярҙы ла ваҡларға. Көршәккә барыһын аралаштырып һалып, тоҙ, борос һибергә. Һөт өҫтө, һыу ҡойоп, уртаса эҫелектәге мейескә 40 минутҡа бешерергә ҡуйырға.
Табынға биргәндә өҫтөнә йәшел тәмләткестәр һибергә мөмкин.
Дөгөнө бешерергә һәм һыуытырға. Йәшел һуғанды һәм яңы ҡыярҙы һалам кеүек итеп турарға. Балыҡты йомшаҡ итен бешерергә, һыуытырға һәм ваҡлап турарға. Унан һуң бөтә ашамлыҡты фужерға ҡатлап-ҡатлап һалырға, өҫтөнә майонез соусы ҡойорға һәм помидор, йомортҡа, тәмләткес үләндәр менән биҙәргә.
бешкән дөгө 35-40 г
бешкән балыҡ 40-45 г
помидор 10-15 г
ҡыяр 15-20 г
башлы йәки йәшел һуған 10 г
йомортҡа 10 г
горчицалы майонез соусы 20-25 г
әҙер горчица 2 г
тәмләткес үләндәр 2-3 г
кәрәгенсә тоҙ, борос.
Балыҡ салаты
Балыҡ салаты туҡлыҡлы ла, тәмле лә, йәмле лә – һәр табынға ҡуйырлыҡ. Киске аш өҫтәлен дә биҙәр ул. Ризыҡтың рецебын тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле, кистәрегеҙ йәмле булһын!
Салат өсөн 1-2 тоҙло балыҡ (сельд), яртышар килограмм картуф, кишер, сөгөлдөр кәрәк буласаҡ.Йәшелсәләрҙең барыһын да бешереп таҙартабыҙ. Йәйенке һауыт алып, беренсе ҡатҡа – ҡырғыс аша үткәрелгән картуф, икенсегә – ваҡ ҡына итеп туралған балыҡ, өсөнсөгә – һуған, дүртенсегә – кишер, бишенсе ҡатҡа, иң аҙаҡ, сөгөлдөр һалабыҙ. Ҡатлам һайын майонез һөртөп барабыҙ.
Диңгеҙ ҡыҫалаһы таяҡсаларынан салат
Яңы йыл табынына ниндәй салаттар әҙерләргә икән, тип баштарын ҡатырыусылар етәрлек. Был еңел генә салатты үҙегеҙгә алып ҡуйһағыҙ ҙа була, бик тәмле килеп сыға.
Кәрәк: 2 помидор, 1 ҡап диңгеҙ ҡыҫалаһы таяҡсаһы, йәшел һуған, 100 гр ҡаты сыр, ½ ст ҡаймаҡ, 2 теш һарымһаҡ, самалап тоҙ, тәменсә борос. Помидор һәм диңгеҙ ҡыҫалаһы таяҡсаларын шаҡмаҡлап киҫәбеҙ. Сырҙы эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ, һуғанды турайбыҙ. Соус өсөн ҡаймаҡ, тоҙ, борос һәм иҙелгән һарымһаҡты бутайбыҙ. Һауытҡа ҡатлап һалабыҙ. Башта киҫелгән помидорҙың ярты өлөшөн + соус + диңгеҙ ҡыҫалаһы таяҡсалары + һуған+ соус + ҡалған помидор + соус + сыр. Теләк буйынса өҫтөн укроп һәм башҡа йәшелсәләр менән биҙәһәгеҙ ҙә була.
“Ҡыҙыл диңгеҙ” салаты
Бының өсөн 250 грамм диңгеҙ ҡыҫалаһы (краб) таяҡсаһы, ике-өс помидор, бер ҡыҙыл татлы борос, 150 грамм ҡаты сыр, ике тырнаҡ һарымһаҡ, майонез кәрәк. Әҙерләү: диңгеҙ ҡыҫалаһы таяҡсаларын оҙонса итеп киҫәбеҙ. Помидорҙың эсен алып, һутынан таҙартып, шулай уҡ оҙонсалап турайбыҙ. Боросто таҙартып, оҙонса итеп киҫәбеҙ. Сырҙы ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Һарымһаҡты ваҡ итеп турайбыҙ. Бөтәһен бергә ҡушып, майонез менән бергә һәйбәтләп бутайбыҙ.
“Беренсе ҡар” салаты
Кәрәк була: 200 гр. бешкән тауыҡ ите; 3 йомортҡа; 80 гр. сыр; 40 гр. грек сәтләүеге; һөйәкһеҙ виноград; майонез; тәменә ҡарап тоҙ.
Әҙерләү:
Тауыҡ итен, йомортҡаны һаламлап турарға, сырҙы ҡырғыс аша үткәрергә, сәтләүекте ваҡларға. Һәр ингредиентты айырым майонез менән бутарға, теләк булғанда бер аҙ тоҙ һибергә (сырҙың бер өлөшөн биҙәү өсөн ҡалдырырға).
Түбәндегә тәртиптә ҡатлап һалырға:
- тауыҡ ите;
- сәтләүек;
- сыр;
- йомортҡа.
Салаттың ситтәренә ҡалған сырҙы һибергә, өҫтөн урталай ҡырҡылған виноград, сырҙан яһалған ҡар бөртөктәре менән биҙәргә мөмкин.
“Яңы йыл хужаһы” салаты
Салатты эшләр өсөн 4 йомортҡа, 200 грамм ит тултырмаһы (ветчина) һәм сыр, 3-4 аш ҡалағы майонез, 2 тоҙло ҡыяр, 200 грамм картуф, бер баш һуған, маринадланған шампиньон кәрәк буласаҡ.
Картуфты әрсейбеҙ, бешерәбеҙ һәм ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Салаттың беренсе ҡаты әҙер. Тоҙло ҡыярҙы шаҡмаҡлап турап, майонез менән бутап, картуф өҫтөнә һалабыҙ. Өсөнсө ҡатта – ит тултырмаһы, һуған. Йомортҡаларҙы бешерәбеҙ, яртыһын турап ҡатлайбыҙ. Ә ҡалғанын биҙәр өсөн алып ҡуябыҙ. Бәшмәктәрҙе ике өлөшкә киҫергә ваҡыт етте. Бишенсе ҡатына шампиньондар һалабыҙ. Һәр ҡатына майонез һыларға онотмағыҙ. Иң аҙаҡтан ваҡ итеп үткәрелгән сырҙы салат өҫтөнә һибәбеҙ.
Инде хәҙер ярты йомортҡанан сысҡандың – кәүҙәһен, бәшмәктән – ҡолаҡтарын, ҡара боростан күҙҙәрен эшләп ҡуябыҙ. Бына салатыбыҙ ҙа әҙер.
Тауыҡ итенән салат
Кәрәк: 200 г ыҫланған тауыҡ ите, 150 г ҡыяр, 150 г маринадланған бәшмәк, 1 баш һуған, 4 йомортҡа, майонез йәки ҡаймаҡ, тәменсә тоҙ, борос, йәшел һуған йәки башҡа тәмләткес.
Бәшмәктәрҙе пластинкалап ҡырҡаһың, һуғанды ваҡ ҡына итеп турайһың һәм бергә майҙа ҡыҙҙырып алаһың. Тауыҡ итен, ҡыярҙы нәҙек оҙонса итеп, йәшел һуғанды ваҡлап турайһың. Йомортҡаны уртаса ҡырғыста ҡыраһың. Артабан ҡатлап һалабыҙ: 1-се – тауыҡ ите, 2-се – ҡыяр, 3-сө - бәшмәк менән һуған, 4-се – йәшел һуған, 5-се ҡатламға йомортҡаны һалабыҙ. Һәр ҡатламға тәменсә тоҙ, борос һибәбеҙ, майонез (ҡаймаҡ) һөртәбеҙ. Унан өҫтөн, фантазиябыҙҙы эшкә егеп, йәнебеҙ теләгәнсә биҙәргә генә ҡала.
"Зодиак" салаты
Кәрәк: 0,5 кг шампиньон, 1 ҙур ғына һуған, 1 тауыҡ бото йәки түш ите, 2 ҡыяр, 2 йомортҡа, 1 һауыт маринадланған кукуруз, майонез, тоҙ, борос – тәменсә, ҡыҙҙырыр өсөн үҫемлек майы.
Әҙерләү тәртибе: Шампиньондарҙы таҙартабыҙ, турайбыҙ, тоҙлап еңелсә утта ҡыҙҙырып алабыҙ. Табаға май ҡойор алдынан, табаны ҡапҡас менән ябып, бәшмәкте әҙерәк бешереп алабыҙ һәм барлыҡҡа килгән һыуын түгәбеҙ. Һуғанды әрсейбеҙ, турап, ҡыҙҙырып алабыҙ. Шаҡмаҡлап бешкән тауыҡ итен, йомортҡа һәм ҡыярҙарҙы турайбыҙ. Бөтәһен дә салат һауытына һалабыҙ, кукуруз өҫтәйбеҙ, болғайбыҙ. Тоҙ, борос һибәбеҙ, тәменсә ҡарап, майонез һалабыҙ һәм тағы бер тапҡыр бутайбыҙ.
Фотолар асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.