Мораҙым
-7 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Кесерткән күп булмай

Ҡый үләне тип һанламаған кесерткәндең дә мең файҙаһы бар. Дарыу үләндәрен дөрөҫ итеп ҡулланыу серҙәрен, халыҡ дауалау ысулдарын гәзитебеҙ аша еткереп торған яҡташыбыҙ Аҫылбикә Мәжитованан тағы ла бер кәңәш.

Аҫылбикә Мәжитова: 

- Кесеркәнде белмәгән кеше юҡтыр. Иллеләп төрө иҫәпләнә. Ә Башҡортостанда уның тағы ла һуҡыр кесерткән, баҡса кесерткәне, киндер һымаҡ кесерткән, йөнтәҫ кесерткән тигән төрҙәре билдәле.
Кесерткән, дарыу үләне булараҡ, киң ҡулланылған үләндәрҙең береһе. Унда А витамины, аҡһым бик юғары кимәлдә. Кальций, магний сығанағы, шулай уҡ ул бик күп микроэлементтарға бай. Яраларҙы уңалта, иммунитетты күтәрергә булышлыҡ итә, уның тамырынан эшләнгән төнәтмә аҙған йүтәлдән файҙалы. Тағы ла ашҡаҙан, бауыр ауырыуҙарынан, астма, туберкулез һәм башҡа күп ауырыуҙарҙан килешә. 

Ике ҡалаҡ кесерткәнгә ике стакан һыу ҡойоп, боҫ өҫтөндә 15 минут ҡайнатҡас, һөҙәләр һәм һыуыталар. Дауаны көнөнә 3 тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә.

Кесерткәнде йыйып киптереп, сәй итеп тә эсәләр, ферментларға ла була.
Кипкәнен ыуып он (онтаҡ) итеп һаҡлайҙар. Был осраҡта ҡайнар һыуға һалмай, көн һайын иртән бер бал ҡалағы кесеркән онтағын ҡабып, аҙағынан һыу эсәһең. Йылдар буйы ошо ысул менән һау-сәләмәт булып йәшәгән кешеләр бар. Бының өсөн ике банка (3 литрлыҡ) кесерткән онтағы йыл әйләнәһенә етә.

Кесерткән бөтә кешегәлә килешмәй. Кемдең аяҡтарында варикоз, кемдәргә тромба хәүефе янай, кесерткән менән дауаланыу тыйыла. 
Мин уны  миңдек кеүек элеп киптереп, тауыҡтарға ла ашатам.

Унан төрлө ризыҡтар әҙерләргә лә була. Дарыу өсөн киптергәндә - иң яҡшыһы май айында йыйылғаны. Ә кесерткән һыуында сәс сайҡағанда,  сәс ебәк кеүек булып китә.

Элек кесерткәндән туҡыма эшләп кейем дә тегер булғандар. Кесерткәнде төрлөсә киптереп ҡарап, иң оҡшаған ысулын һеҙҙең мн бүлешәйем: 
кесерткәнде йыйып, бәйләмдәрҙе 1 -2 тәүлек еләҫ, ҡояш төшмәгән ергә элеп алабыҙ; саҡ ҡына һулып, кибә биргәс, ваҡлап турап алабыҙ. Ошо килеш банкаларҙа һаҡларға ла була, ныҡ киптереп, электротирмән йә кофемолканан саң хәленәсә ваҡлап алһағыҙ, бигерәк уңай.

Кесерткән ҡанды ҡуйырта тип артыҡ ҡурҡыуҙары менән килешмәйем. Ул хәтлем генә кеше кофе ла эсеп йә башҡа ашамлыҡтар ашап та ҡандарын ҡуйырта ала. Ҡанды ҡуйыртмайым тигәндә, кесеркәнгә ҡушып уҫаҡ ҡайыры эсергә лә булалыр.
Биткә маска өсөн кесертән онтағына бал ҡушып ҡулланалар. Ә һеҙ йыйҙығыҙмы май айының кесерткәнен?
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: