Имән алмаһы (галлы, цецидия)
Имән япраҡтарында ошондай (һүрәттә) йәшел, ҡыҙыл төҫтәге алмаларҙы күргәнегеҙ барҙыр. Уларҙы халыҡ араһында имән алмаһы тип йөрөтәләр. Ул япраҡтарҙа иртә яҙ уҡ барлыҡҡа килә. Имән япрағында ғына түгел, төрлө ҙурлыҡта һәм күплектә башҡа ҡыуаҡлыҡтарҙа ла осрай.
Ә имән алмаларын, ғәҙәттә, һағыҙаҡтарҙың йомортҡа һалыуынан һуң барлыҡҡа килә тип аңлаталар. Был алмаларҙың йомшаҡ эслегендә ҡорт көҙгә тиклем өлгөрөп етеп, япраҡтар ҡойолған мәлдә “ояһынан” сығып китә икән.
Элек был алмаларҙан яҙыу өсөн ҡара эшләгәндәр. Өлкәндәрҙең һөйләүе буйынса, уларҙы йыйып иҙгеләп, һауытҡа һалғас, тутыҡ ҡаҙау тығып ҡуйыр булғандар. Күпмелер ваҡыттан ҡара ҡуйырған, ҡауырый менән яҙырға яраҡлы булған.
18- 20 быуаттарҙа бындай ҡара барлыҡ илдәрҙә ҡулланылған. Уға шулай уҡ йәбешкәклеген арттырыр өсөн бал ҡушҡандар, йылтырап торһон өсөн сейәнең ҡуйы һутын да ҡушып эшләгәндәр. Был ҡараның, төҫө уңмаған. Тик ваҡыт үтеү менән ҡағыҙ ашалған.
Шулай уҡ, халыҡ медицинаһы өсөн дә йыйып киптергәндәр. Унда дубил матдә - танин булғанлыҡтан, ауыҙ эсе боҙолғанда, парадонтоз булғанда ауыҙҙы сайҡатҡандар, тире бешкәндә йә туңған осраҡта ла тәнде уның менән эшкәрткәндәр. Төҙәлмәй торған яраларға, экземанан да ярҙам иткән. Һәм уның һыуында сәсте сайҡағандар. Тире эшкәртеүселәр ҙә был алмаларҙы күпләп йыйып ҡулланған.
Аҫылбикә Мәжитова.