- Һары мәтрүшкәне бик яратып ҡулланам мин. Уның шифаһы тураһында һөйләгәнем бар. Халыҡ юҡҡа ғына уны 99 ауырыуҙан шифа тимәгәндер инде. Ә бөгөн мин һеҙгә май эшләргә өйрәтәйем. Май өсөн һары мәтрүшкәнең иң өҫкө өлөшө - сәскәләрен генә йыябыҙ. Уларҙы банкаға нышымай ғына тултырабыҙ. Төрлө май алырға була: етен, кукуруз, зәйтүн майы...
Мин, ғәҙәттә, һалҡын ысул менән һығылған көнбағыш майын ҡулланам. Интернет селтәрендәге рецепттарҙы ҡараһаң майҙы эҫетергә тип тә яҙалар. Мин эҫетмәйем. Ни өсөн тигәндә, майҙы беҙ былай ҙа тәҙрә төбөнә, ҡояшҡа ҡуябыҙ. Башҡа төр үләндәр менән эшләгәндә ҡараңғыла тотабыҙ, ә һары мәтршкәнең ҡояш менән нисек бәйле икәнен беҙ беләбеҙ. Шуға ла , был майҙы эшләгәндә йәйҙең иң эҫе көндәрен һайлайбыҙ. Сөнки көн эҫелеге майҙың сифатына йоғонто яһай. Банканың ауыҙына марля бәйләп ҡуйып, ике аҙна торғас, икенсе банкаға һөҙөп алып, һалҡын урынға ҡуябыҙ. Майыбыҙ әҙер.
Һары мәтрүшкә майын эшләүҙең тағыла бер ысулы бар. Йыйып алған һары мәтрүшкәбеҙҙең сәскәһен ферментлайбыҙ. Йәғни, банкаға һауа инмәҫлек итеп нышып һалғас, ике-өс көн йылы, ҡараңғы урында тотабыҙ. Ғәҙәттә, тиҙ өлгөрһөн тиһәм, ҡара пакет эсенә төрөп, ҡояшҡаултыртам. Ферментланған үләнебеҙгә май ҡойоп, тәҙрә төбөндә тотабыҙ. Быныһы, тәүгеһенә ҡарағанда, ҡуйы ҡыҙыл төҫө менән дә, үҙенсәлеге менән дә айырыла. Әммә ҡайыныһылыр яҡшыраҡ тип әйтә алмайым, икеһе лә шифалы.
Был май мацерация ысулы менән эшләнә. Файҙаһына килгәндә, уның умыртҡа һөйәгенә бик килешкәнен үҙемдә күп тойҙом. Шулай уҡ ревматизм, артрит, геморройҙан да килешә. Ҡатын -ҡыҙҙарға менопауза, күрем ваҡытындағы ауыртыныуҙарҙы еңеләйтә. Депрессия осрағында ошо май менән массаж ғына эшләтеүгә өҫтәп, һары мәтрүшкә үләненән сәй ҙә эсеп ебәрһәң, бигерәк килешә. Сөнки был үләндә тап ҡыҙыл төҫ биреүсе гиперицин бар, шулай уҡ сатонин, флороглюцин булараҡ, тынысландыра, күңелде күтәрә.
Тән туңған йә бешкән осраҡта ла һөртәләр, герпес, ҡатын-ҡыҙ сирҙәре осрағында май менән тампон ҡуялар. Ашҡаҙанда сей яра булғанда бал ҡалағы менән ашарҙан бер сәғәт алда эсәләр. Тик дозаны саҡ ҡына ла арттырырға ярамай.
Биткә һөртөргә, сәс төбөнә лә, сәсте йыуыр алдынан да һөртөргә була.
Ауырлы ҡатындарға һары мәтрүшкә сәйен дә, майын да эсергә ярамай. Дарыу йә алкоголле эсемлектәр эскәндә шулай уҡ тыйыла, сөнки бүтән нәмәләрҙең көсөн арттырыу үҙенсәлеге бар. Шуға ла мин шифаһы артһын тип, ҡайһы бер үләндәр менән дауаланғанда һары мәтрүшкә ҡушып ебәрәм. Тағы ла, ҡояшлы ваҡытта майын ҡулланырға, сәйен эсергә кәңәш итмәйем. Сөнки ҡояшҡа ныҡ яныуығыҙ бар. Тап шуның өсөн, ҡышын солярийҙарға барған кеше, ошо ҡыҙыл майҙы һөртөнә. Йәнәһе лә, эҫе илдәрҙәге кеүек, тән ҡуйы, тигеҙ итеп яна. Әйткәндәй, ошо ҡыҙыл май сит илдәрҙә бик ҡыйбат тора.
Аяҡ аҫтында ятҡан Хоҙай биргән ниғмәттәребеҙҙе белеп файҙаланайыҡ, - ти Аҫылбикә Мәжитова.
Һүрәт асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.