Һарыҡ итенән шешлек
Беҙ йыш ҡына шешлек эшләйбеҙ тип иттең тәмен бөтөргәнсе тәм-том һалып ташлайбыҙ. Был дөрөҫ түгел. Иттең тәме лә, һуты ла булырға тейеш. Шуның өсөн тәмләткестәр менән артыҡ мауыҡмағыҙ. Был- төп шарт, төп сер.
Йәш һарыҡ итенең һум ерен генә һайлап, артыҡ ҙур ҙа, артыҡ бәләкәй ҙә итмәйсә генә турағас, ҡоро таҫтамал менән әҙерәк һыуын киптереп алабыҙ. Бер кәстрүлгә күп итеп ит тартҡыстан үткәрелгән һуған массаһын, тоҙ, ҡара борос (ҡыҙыл борос тәмен ала) һәм әсе ҡатыҡ ҡойоп, итте һалып болғатабыҙ. Ике-өс ҡалаҡтай аш һеркәһе лә өҫтәйбеҙ. Шунан һалҡынса урынға (һыуытҡысҡа ла мөмкин) бер ярты көн тирәһе ултыртып ҡуябыҙ.
Иткә маринад һеңеп, йомшарып, һутлы ғына булып китә.
Ҡатыҡ урынына анар емеше (гранат) һутын да ҡулланырға була, улай ҙа бик тәмле килеп сыға.
Тауыҡ итенән
Был шешлек өсөн хөкүмәт тауығы шәп булыр, өй тауығы ҡатҡылыраҡ була, юғиһә. Һөйәгенән артыҡ айырмайбыҙ, түш итен генә өлөшләп айырып алабыҙ. Матур ғына итеп турағас, бер дүрт баш һуғанды балдаҡлап турап, майонез (йә ҡатыҡ), тоҙ, бер лимон һуты (ҡалғанын тураҡлап) ҡушып, килеп сыҡҡан ҡатнашмаға итте һалып, бер өс сәғәттәй тирәһе ваҡытҡа ултыртып ҡуябыҙ. Тауыҡ ите тиҙ бешә, уны ҡапылғара ҡунаҡ килеп төшкәндә лә эшләй һалып өлгөртөргә була.
Балыҡтан шешлек
Йылға балығы ла ярай, ҡылсыҡһыҙыраҡ булһа, бигерәк тә шәп, сүпләнеп тормаҫҡа. Әле һеҙгә скумбриянан эшләргә өйрәтәбеҙ.
Балыҡты таҙалап йыуып, тоҙло һыуға әҙерәк һалып торғас, бер-ике лимон һутын һығып, уға зәйтүн майы ҡушып, самалап тоҙ һалып (тоҙло һыуҙа ятып балыҡ әҙерәк тоҙ тәмен һеңдерә, шуны ла иҫтән сығарырға ярамай, юғиһә, әсе булып китеүе бар) балыҡты ҡабырғаһынан ярып-ярып, сөм генә һауытҡа һалып, өҫтөнә шул массаны ҡоябыҙ. Ҡапҡасын ябып, бер аҙ һелкетеп алабыҙ ҙа, һалҡынға ҡуйып торабыҙ. Балыҡ та, тауыҡ ите һымаҡ маринадты тиҙ һеңдерә, шуға әллә ни оҙаҡ ваҡыт та кәрәкмәй, бер-ике сәғәт етә. Балыҡты махсус сеткаға һалып бешерәбеҙ. Бешерер алдынан ҡабырғалағы ярыҡтарға лимон киҫәктәрен ҡыҫтырып сығабыҙ. Ике яҡлап ҡыҙарғансы бешереп алабыҙ. Һутлы булһын өсөн кәстрүл төбөндә ҡалған ҡатнашма һурпаһын ҡалаҡлап ҡоя-ҡоя бешешергә кәрәк.
Бөтә төр шешлектәргә лә ауылса итеп бешерелгән картуф шәп була. Һыуға һалып бешерһәң дә, көлдә күмеп әҙерләһәң дә китеп бара. Ә һыуһынға инде – самауыр сәйе!
Ауылға ял итергә ҡайтҡан балаларығыҙҙы, туған-тымасаларығыҙҙы бына шулай һыйлап кинәндерегеҙ!