Мораҙым
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
1 Апрель , 15:55

Йылҡы майының файҙаһы

Йылҡы итенең, майының файҙаһы тураһында күп ишетәбеҙ, күп беләбеҙ. Борон-борондан халҡыбыҙ сир-сырхауҙы йылҡы ите һурпаһы менән дауалаған. Көс тә биргән, иммунитетты ла күтәргән милли ризыҡтарыбыҙ, ысынлап та, байтаҡ. Хатта башҡорт өҫтәлендәге ниндәй генә ризыҡты алһаң да, шифаһын күрергә, файҙаһын тойорға була.   

Йылҡы майының файҙаһы
Йылҡы майының файҙаһы

Көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш райондарҙа йылҡы малының ҡабырға һәм ҡорһаҡ ите өҫтөнә үргән майынан (ҡайһы бер осраҡта ите менән бергә) эшләнгән колбаса "ҡаҙы", "ҡаҙылыҡ" йәки "ҡабырғалы ҡаҙы" тип атала.  Яңы һуйылған итте ҡабырғанан таҫмалап айырып алып тоҙлағас, туҡымаға төрөп әҙерәк һыуыҡта тотҡас, унан эсәк эсенә тултыралар. Ҡайһы бер көньяҡ төбәктәрҙә, Урал аръяғында, шулай уҡ таулы райондарҙа ҡабырғалы ҡаҙыны тоҙлап һәм ҡаҡлап һаҡлайҙар. Көньяҡ-көнсығыш райондарҙа иһә ҡаҙының бер төрөн эшләгәндә йылҡының түш һәм ҡабырға итен таҫмалап алып тоҙлайҙар һәм эсәк эсенә тултыралар, ә ҡабырғаһын тыш яҡтан ҡалдыралар. Был төр ҡаҙы борон лапаҫ аҫтында ҡаҡланған. Шулай уҡ ҡабырғалы итте эсәк эсенә һалмайынса ла ҡаҡлап йә ыҫлап һаҡлағандар.

Ҡаҙы өс төргә бүленә: туң май ҡушылған ҡаҙы, уны эшләгәндә тоҙҙан башҡа бер нәмә лә өҫтәмәгәндәр;
ҡабырғалы ҡаҙы - ҡабырға майы ҡушып эшләнә, бер аҙ ит өҫтәйҙәр һәм эсәккә тултыралар, ни тиклем майлыраҡ, шул тиклем тәмлерәк була; ҡаҙы ял (ял) – йылҡы малының елкә буйындағы май ҡатламы -уны ял төбөнән таҫмалап ҡырҡып алып әҙерләйҙәр, һеңеренән айырып алалар һәм эсәк эсенә тултырып тормайынса бешерәләр.
Башҡорт телендә йылҡы малының ҡабырға һәм ҡорһаҡ ите өҫтөнә үргән майы һәм ҡабырға ите "ҡаҙы" тип атала. Ә унан эшләнгән колбасаны "ҡаҙы" йәки "ҡаҙылыҡ" тип йөрөтәләр.

Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаева, күренекле йәмәғәт эшмәкәре, башҡорт яҙыусыһы, педагог, Салауат Юлаев ордены кавалеры: 


 - Зыяны юҡ, файҙаһы тейер, тигән дауалау ысулы бар халыҡта. Ул - ризыҡ менән дауалау.
Нервылар ҡаҡшау арҡаһында төрлө сирҙәргә дусар булабыҙ. Шуларҙың береһе - тәнгә сабыртма (сыпь) сығыу.
Бер йылы был йән ыҙалағыс сир менән яфаланып алғайным инде. Йылдан ашыу. Дауаланыуҙың төрө-ысулы ҡалмағандыр. Аптырағас, халыҡ ысулын барлай башланым. Йылҡы ите. Йылҡы майы.Ҡаҙы.
Ҡаҙы бешергән сағым. Бармаҡ башындай майын алдым да ыуа башланым бит йылдан ашыу йонсотҡан сабыртманы... Ентекләп яҙып тормайым: ике тапҡырҙан бөттө. Яҙайым мин был хикмәтте, ҡулланһындар, тип уйлайым да туҡталып ҡалам. Бәлки икенсе дауалау ысулы ҡушылып шундай мөғжизә булғандыр, тип икеләнә килдем.


  Бына ғәләмәт! Тағы бер тапҡыр һынап ҡара халыҡ аҡылын, тигәндәй, сыға башланы бит теге сабыртма тәнгә. Һынағас, һынайым, инде, тип уйланым да яфаланыуға түҙҙем; бер ниндәй дарыу ҡулланманым, таҙа ҡаҙы эҙләй башланым. Хәләл, тип һаталар ҙа ул... Ышаныслы кешенән алғы килде. Ышанып, күңел тартып торорға тейеш инде ул. Ауылда ла түгелмен. Федоровка районы Батыр ауылынан электән бик яҡын аралашҡан Багаевтарға шылтыраттым. Сабыртма ҡотора. Мин түҙәм. Нисек тә башҡа дауалау ысулы ҡатнаштырмаҫҡа иҫәп. Ниһайәт, Хәлисә һылыу улы Айбулат аша бешереп тороп ҡаҙы ебәрҙе...

 ... Кешелек донъяһында бар булғандан алып йылҡы малынан айырылмаған башҡортҡа рәхмәт!!! Йылҡы малы торғаны бер мөғжизә!
Балаларыма күрһәтеп үткәрҙем тәжрибәне. Аптыраттым. Бөтә тәнде ҡаплай башлаған сабыртма ҡаҙы майына биреште. Бер төн эсендә юҡ булды.
Ризыҡ менән дауаланыуҙың зыяны юҡ. Ошо тәжрибәмде ихлас уртаҡлашам. Имен булайыҡ!


Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: