Мораҙым
-7 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
1 Апрель , 11:16

Ағы барҙың - туғы бар

Ағы барҙың – туғы бар Ауыл халҡын ерһеҙ, малһыҙ, ҡош-ҡортһоҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Борон-борондан халҡыбыҙ ер эшкәртеп, мал аҫрап көн иткән. Шулай ҙа, бер осор халыҡ малын бөтөрҙө. Малын бөтөрҙө лә, аҙаҡ баҙап ҡалды. Кемеһе эшһеҙ, кемеһе ашһыҙ йонсой башланы. Һуңғы арала малсылыҡҡа иғтибар тағы ла арта төштө.          Ысынлап та, малсылыҡ – башҡорт халҡының  иң төп кәсептәренең береһе. Мал көсө эштә файҙаланылһа, ите, ағы аш-һыу булараҡ ҡулланыла. Һөттән  әҙерләнгән бик күп төрлө ризыҡтар башҡорттарҙың милли аш-һыуына әйләнгән. Әйткәндәй, башҡорт аштары малсылыҡ хужалығы нигеҙендә барлыҡҡа килгән дә инде. Бейә һөтөнән ҡымыҙ бешһәләр, һыйыр, кәзә ағын эшкәртеп, ҡаймаҡ, май, ҡорот, эремсек, ҡатыҡ, айран, һөҙмә, ҡыҙыл эремсек алалар. Башҡорттоң өҫтәленән һөт ризыҡтары өҙөлмәгән, улар туҡланыуҙа мөһим аҙыҡ булып һаналған.          Бына әле яҙ етеп, кәртә-ҡуралар мал да ишәйә башланы. Уңған хужабикәләр ыуыҙ ҡоймағы ҡойоп кинәнә. Ураҙа айы булыуын да иҫәпкә алғанда, сәхәргә, ифтарға, Ғәйет байрамына үҙе бер дан ризыҡ.  

 

         Аҡ май, һары май

 Халыҡ һөттө ҙурлап “аҡ” тип йөрөткән. Был һүҙ бөгөн дә киң ҡулланылышта.  Һөттө айыртып, ҡаймаҡ, ҡаймаҡтан май яһағандар. Майҙы иретеп, төрлө емеш-еләк майлауға тотонғандар. Ирегән һары майҙы тоҙлап, ҡышҡылыҡҡа ла йыйып ҡалдырғандар. Бал ҡушылған һары май бил һыҙлауынан һәйбәт дауа һаналған.  Уны  йылытып, билгә һылағандар һәм йылы әйбер менән япҡандар. Был ысул халыҡ дауалауында буҫтама ябыу тип атала.

 

         Айран

Май бешкәндән һуң айырылып сыҡҡан ҡаймаҡ һыуын  – айранды түкмәгәндәр, йә ҡамырға ҡушҡандар, йә эскәндәр. Айыртылған һөттө ойотмос һалып ойотоп, ҡатыҡ эшләгәндәр. Ҡатыҡтан иһә ҡорот ҡайнатҡандар.  

Ҡороттан һарҡып сыҡҡан эркет һыуын да башҡорт әрәм итмәгән. Эркет һыуы бауыр, үт, ашҡаҙан сирҙәренән килешә. Унан әскелт тәмле күпереп торған ҡоймаҡ та ҡоялар.

 

Ҡорот

         Һөт ризыҡтарынан ҡорот иһә башҡорт аш-һыуында айырым урын биләп тора тиһәк тә, арттырыу булмаҫ. Һимеҙ һурпаға әсе ҡорот ҡайнатҡандар борондар, ыҫлап та киптергәндәр, сәйгә – сөсө ҡорот эшләп алғандар.

Хәҙерге заман хужабикәләре ҡороттоң ниндәй генә төрөн эшләмәй: сейә, муйыл, еләк, бөтнөк үләне, мелисса, кейәү үләне, сейә япрағы, йәшел һарымһаҡ, йыуа, йәшел һуған, әнис кеүек тәмләткестәр ҡушып та әҙерләп алалар, хатта бал ҡушылғанын да осратырға була. Йәнең теләгәнен йыбанмай ғына эшләп алһаң, йыл әйләнәһенә өҫтәлегеҙҙән ҡорот өҙөлмәҫ.

Әсе ҡорот өсөн ҡатыҡты бер нисә көн йылы урында ултыртып ҡуйып, әсетергә кәрәк, ә сөсөһөнә инде ҡатыҡ ойоғандың икенсе көнөнә үк ҡайнаталар.  Эркет ҡайнатҡанда ҡыр сейәһенең ботағын һалып ебәрһәң, сейә тәме генә килеп торған тәмле ҡорот килеп сыға.

Эркет һыуы менән борондан ҡатын-ҡыҙҙар сәс тә йыуған, башҡорт ҡыҙҙарының оҙон һәм ҡуйы сәсле булыуының сере, бәлки, шундалыр ҙа.

 Айыртылған һөттө ҡайнатып, йылымысланғас, ойотмос һалып, йылы ергә ҡуялар. Бер нисә көн ултырып әсегәс, эркет ҡайнатып, кизе-мамыҡ тоҡтарға ҡойоп, һарҡыталар. Йәш ҡоротто табаҡҡа ауҙарып, тәменсә тоҙ һалып, тансҡайҙар ҙа, йоҙроҡ ҙурлығында йомарлап, туңдыралар.

Йәшел тәмләткестәр ҡушырға булһағыҙ, ыуаҡ ҡына итеп турап,  йәш ҡоротҡа бергә һалып баҫалар.

         Ҡоротто йәйгеһен  ылашта киптереп тә алырға мөмкин. Ыҫлау ҙа әллә ни ҡатмарлы түгел, ҡоротто ылашҡа теҙеп ҡуйып, усаҡ яғып, төтөн аҫтында тоталар.

 

Шыйыҡ ҡорот

Ҡайһы бер кешеләрҙә осратҡанығыҙ ҙа барҙыр бындай төр ҡоротто. Эркет һыуы ҡушып шыйыҡлатылған ҡоротто ашҡа ҡулланалар. Ҡоротҡа ҡайнар һыу бороп, һары май, тоҙ һалып иҙеп тә эсәләр.

         Ойоған һөттән дә халҡыбыҙ файҙа күрә. Унан ҡаймаҡ тәме генә сығып торған һөҙмә, эремсек эшләйҙәр.

 

 Ҡыҙыл эремсек

 Иң затлы һөт ризыҡтарының береһе, моғайн да, ҡыҙыл эремсектер. Уны төрлөсә эшләйҙәр. Шулай ҙа киң таралғаны – Урал аръяғы ысулы.

         Яңы һауылған һөткә 8-10 йомортҡа һытып, туғығас, ҡайнатып, уға яңы ойоған ҡатыҡ ҡушаһың. Һөт шунда уҡ эреп, һыуы ҡалҡып сыға. Эремсекте болғата-болғата 7-8 сәғәт тирәһе ҡайнатаһың,  ҡыҙарып сыға башлағас, аҡ май һалып, тағы  бер аҙ ҡайнатаһың.

 Май һалынған эремсек туҡлыҡлыраҡ һәм йомшағыраҡ була. Эремсек һыуы ҡайнап бөткәс, табаҡҡа һоҫоп алаһың да, һарҡытырға ҡуяһың. Һарҡып сыҡҡан эремсекте йә киптерәләр, йә ит тартҡыс аша үткәреп, шәкәр, май һалып баҫып, йомғаҡ яһап туңдырып ҡуялар. Кипкән эремсекте ҡул тирмәне аша тартып, киптереп, ҡышҡылыҡҡа әҙерләйҙәр. Ҡышын май, шәкәр һалып, самалап ҡайнаған һыу ҡойоп, болғап ашағандар.

 

Өйҙә эшләнгән сыр

         Өй шарттарында эшләнгән сыр магазиндыҡына  ҡарағанда таҙа ла, тәмле лә килеп сыға. Уны былай эшләйҙәр: аҡ эремсеккә һөт ҡушып, һағыҙ һымаҡ һуҙылып торған масса килеп сыҡҡансы, талғын утта болғата-болғата ун минут тирәһе ҡайнатаһың, айырылып сыҡҡан һыуын алғас (уны ҡоймаҡ ҡойоу өсөн ҡулланырға була), йомортҡа, май, тоҙ, сода һалып 5-7 минут тағы ҡайнатаһың. Һауытҡа йәбешмәй башлаһа, сыр әҙер тигән һүҙ. Эҫе көйө формаларға һалып, һыуыҡҡа ҡуяһың.

Бындай сырға йәшел тәмләткес үләндәр ҙә ҡушып ебәрергә була. Ҡайнатҡан саҡта эремсек һыуын өҫтәңкерәп ебәрһәң, иретелгән сыр килеп сыға.

 

         Һөттән шәрбәт ҡайнатыу

 Һөттән тәм-том да эшләп була. Бер кг шәкәргә бер литр яңы һауылған һөт ҡойоп, талғын ғына утта ҡыҙарғансы ҡайнатып, сәйгә шәрбәт эшләгәндәр. Уға кипкән емеш-еләк, сәтләүек йә шоколад онтағы ла ҡушып ебәрһәң, балаларға ла, ҡунаҡ-маҙарға ла ярап торған сәйгә тәмлекәс килеп сығыр.

 

 Халҡыбыҙ борон-борондан аш-һыуға иғтибарлы һәм ихтирамлы булған, ризыҡты тәләфләмәгән. Миҙгеленә ҡарап, һөт аштарын да төрләндергән. Яҙғыһын ҡатыҡҡа ашарға яраҡлы йәш үләндәр турап, йәйгеһен емеш-еләк һалып ашағандар.

         Һыйлы көнөң һыйырҙа. Ағы барҙың - туғы бар.  Мал тотҡан ас булмаҫ. Бына бит, һөттән генә лә әллә нисәмә төрлө ризыҡ әҙерләргә мөмкин. Иң мөһиме - таҙа, тәмле, туҡлыҡлы һәм үҙеңдеке.


Автор һәм асыҡ сығанаҡтарҙан алынған фотолар.

Ағы барҙың - туғы бар
Ағы барҙың - туғы бар
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: