Мораҙым
-7 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
13 Ноябрь 2023, 11:33

Биҙәүестәрҙе нисек таҙартырға?

Иртәме-һуңмы, әммә ваҡыт үтеү менән алтын биҙәүестәр үҙҙәренең ялтырауыҡлығын юғалта. Һеҙ уларҙы таҙартып, йәнә яңы мазазиндан алған хәленә ҡайтара алаһығыҙ. Уларҙы өйҙә, ҡул осонда торған әйберҙәр ярҙамында ла таҙартып була. 

Биҙәүестәрҙе нисек таҙартырға?
Биҙәүестәрҙе нисек таҙартырға?

Нашатыр спирты йәки аммиак ярҙамында ҡарайған ҡиммәтле металды кире үҙ хәленә ҡайтарырға мөмкин. Уның өсөн ҙур булмаған һауыттағы йылы һыуға 0,5 сәй ҡалағы аммиак һәм 1 сәй ҡалағы шампунь өҫтәргә. Ошо ҡатнашмаға таҙартыу кәрәккән алтын биҙәүестәрегеҙҙе төшөрөргә һәм бутарға. Аҙаҡ һалҡын һыу менән сайҡатып алырға.

 Водород перекисы шулай уҡ алтын биҙәүестәрҙе таҙартыу өсөн эффектив ысулдарҙың береһе. Алҡа, балдаҡтар ныҡ бысранмаған осраҡта, уларҙы перекислы сепрәк менн һөртөү ҙә етә. Әгәр биҙәүестәрегеҙ ныҡ ҡарайған булһа, уларҙы шулай яһалған ҡатнашмаға һалып алырға тәҡдим итәбеҙ. 1 стакан йылы һыуға 30 мг 3 процентлы перекись, 1 сәй ҡалағы нашатыр спирты һәм бер аҙ шампунь йәки шыйыҡ һабын һалығыҙ. Ошо ҡатнашмаға биҙәүестәрегеҙҙе төшөрөгөҙ һәм 3-5 сәғәткә ҡалдырығыҙ.

Алтын сылбыр, браслет йә балдаҡты ябай 9процентлы аш һеркәһе (уксус) ярҙамында ла таҙартырға мөмкин.

Әммә шуны иҫәпкә алырға кәкәр, аш һеркәһе менән һары йәки ҡыҙыл алтынды ғына таҙартырға була, аҡ йәки таштар менән инкрустировкалағандарға бындай ысул бармай.

Ҡайһы берҙә изделиеларҙы аш һеркәһендә 10-15 минутҡа һалып тороу ҙа етә. Ҡайһы берҙәрен – ныҡ бысранғандарын  аш һеркәһендә сыланған теш щеткаһы менән ышҡырға кәрәк.

 

 Ябай сода ла алтынды таҙарта, әммә был ысул ныҡ бысранмаған изделиеларға ла тап килә. Таҙартыу өсөн содалы һыуҙа алтын биҙәүестәрҙе ҡайнатырға кәңәш итәләр.

 Ҙур булмаған һауытҡа 1 стакан һыу һалығыҙ, кәстрүл төбөнә фольга һалырға кәңәш ителә. Шуға 1 аш ҡалағы сода өҫтәп ҡайнатығыҙ һәм һалҡын һыу менән сайҡатығыҙ.

 

Лимон кислотаһы. Алтынды лимон кислотаһы ярҙамында таҙартырға мөмкин. Ҡайнап торған һыуға лимон кислотаһын өҫтәп, 5-6 минутҡа алтын биҙәүестәрҙе төшөрөгөҙ, һыу менән йыуып, киптерегеҙ.

 

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас: