Хужабикә мөйөшө
Алма компоты
Йыуған һәр алманы 6-8 киҫәккә бүлеп, үҙәген алалар. Кәстрүлгә һыу һәм шәкәр һалып, ҡайнатып сығаралар ҙа, киҫкән алмаларҙы өҫтәп, һүрән генә утҡа ҡуялар. Компотты күпме ҡайнатыу алманың сортына бәйле, ләкин ниндәй сорттан булһа ла, йомшарғанса ҡайнатырға кәрәк. Ҡайһы бер сортларҙы, әйтәйек, антоновканы, оҙаҡ ҡайнатырға ярамай, ул ҡайнап сығыуға бешә.
Әгәр алма менән армыт (груша) компоты булһа, ҡайнап торған сиропҡа башта армыт, аҙаҡ алма һалалар, матур булһын һәм икеһе лә бер ваҡытта бешһен өсөн, бер үк төрлө турайҙар.
200 г компотҡа 100 г алма йәки 50 г алма менән 50 г армыт, 30 г шәкәр ҡомо кәрәк.
Ҡышҡылыҡҡа ҡабаҡтан салат
Ошо рецепт буйынса ҡышҡылыҡҡа маринадланған ҡабаҡтарҙы эшләп ҡарағыҙ. Был ҡабаҡ салаты бик тәмле ҡабымлыҡ буласаҡ. Белмәгән кеше уны, бәшмәктән эшләнгән тип уйлаясаҡ.
Бының өсөн кәрәк: ҡабаҡ - 1,5 кг, әсе борос - 1 бөртөк, әнис - 0,25гр, петрушка - 0,25 гр, һарымһаҡ - 3-4 тырнаҡ, үҫемлек майы - 120 мл, аш һеркәһе 9% - 120мл, шәкәр ҡомо - 3 аш ҡалағы, тоҙ - 1 аш ҡалағы, ыуылған ҡара борос - 1 сәй ҡалағы.
Әҙерләү ысулы
Иң башта ҡабаҡтарҙы яҡшылап йыуырға һәм тышы менән бергә ныҡ йоҡа итмәй генә турарға. Уның өҫтөнә преслап баҫтырылған һарымһаҡ, тоҙ, борос, шәкәр, май ҡушып болғатырға. Артабан орлоҡтары алынып, балдаҡлап ҡырҡылған әсе боросто, ваҡ итеп туралған әнис менән укроп, аш һеркәһе ҡушып бутайбыҙ. 3 сәғәткә шул көйө ҡалдырып торабыҙ. Һуңынан маринадланған ҡабаҡтарҙы банкаларға тултырып, ҡапҡастарын һалып 7-8 минут стерилләгәндән һуң, нығытып ябып, һыуынғанға тиклем түңкәреп ҡуябыҙ.
Сөгөлдөрҙән ҡышҡылыҡҡа шәп салат
Уны әҙерләү өсөн 1 кг сөгөлдөр,
70 г һарымһаҡ, 120 г помидор, 100 г татлы борос, 80 г һуған, 60 мл үҫемлек майы, 10 г тоҙ, 40 г шәкәр, 40 мл аш һеркәһе алына.
Һуғанды нәҙек кенә итеп оҙонсалап турарға һәм майҙа үтә күренмәле булғансы ҡыҙҙырырға. Сөгөлдөрҙө таҙартып, эре ҡырғыстан ҡырырға, уны һуғанға ҡушып, тағы 10 минут утта тоторға. Помидорҙы йыуып, ҡырғыстан ҡырырға. Ҡабығы уста тороп ҡала, йомшағы ғына үтә. Татлы боросто, орлоғонан таҙартып, шаҡмаҡлап турарға һәм помидор менән икәүһен дә сөгөлдөргә ҡушып, тағы 7 – 10 минут бешерергә. Иң һуңынан ваҡланған һарымһаҡ, тоҙ, шәкәр һәм аш һеркәһе өҫтәп, 2 – 3 минут ҡайнатып, стерилләнгән банкаларға һалырға һәм тимер ҡапҡас менән нығытып ябырға.