Мораҙым
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
13 Сентябрь 2023, 09:21

Һаулыҡ һәм матурлыҡ емеше

Көҙ алманың мул сағы. Ябай ғына емештең кеше һаулығы өсөн ни тиклем файҙалы икәнлеген белеп, уны һаулыҡ һәм матурлыҡ емеше тип атағандар. Алманың яңы өҙөлгәненең дә, киптерелгәненең дә, мейестә бешерелгәненең дә файҙаһы әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур. Унда А, В1,В2, В3, В6, В9, С, Е, Н, РР витаминдары күп. Бигерәк тә В6 витамины йәки пиридоксин организмда матдәләр алмашыныуында ҙур әһәмиәткә эйә. Ул, мәҫәлән, оҙайлы ваҡыт антибиотиктар ҡабул иткән кешеләргә, йөклө ҡатындарға бик кәрәк. Был витаминдың етмәүе мейе эшмәкәрлегенә һәм ҡан әйләнешенә кире йоғонто яһай. Алмала Менделеев таблицаһының байтаҡ элементтары бар: тимер, калий, кальций, магний, натрий, фосфор, йод, баҡыр, никель һәм башҡалар. Натрий ҡан баҫымын һәйбәтләй, нервы, мускул күҙәнәктәрен нығыта. Бынан тыш, аш һеңдереү ферменттарын әүҙемләш­терә, һыу алмашыныуын яҡшырта. Калий иһә ҡандағы кислота-һелте тигеҙлеге өсөн «яуаплы», бөйөр, йөрәк мускулдары эшмәкәрлеген яҡшырта. Магний нервы системаһын көй­ләй.    

Һаулыҡ һәм матурлыҡ емеше
Һаулыҡ һәм матурлыҡ емеше

 

Мейестә бешкән алма

Йыш ҡына, мәҫәлән, ашҡаҙан эсәк-эшмәкәрлеге боҙолғанда, аш­ҡаҙан йәрәхәте булғанда һәм башҡа ҡайһы бер сирҙәрҙән яфаланғанда, табиптар алманы бешереп ашарға кәңәш итә. Сөнки бешкән алманың файҙаһы яңы өҙөлгәненән ҡайтыш түгел.

Бешкән алма – эс ҡатҡанда яҡшы дарыу. Ул организмдағы на­сар холестеринды ҡыуыусы пектинға ла бай. Шеш барлыҡҡа киле­үенә ҡаршы үҙенсәлеге лә билдәле. Шулай уҡ бешкән алманы дисбактериоздан дауаланғанда ашау яҡшы. Бынан тыш, ҡорһаҡҡа операция яһағандан һуң аш эшкәртеүҙе яйға һалғанда ла тәҡдим итәләр.

Һомғолораҡ булырға теләүселәргә лә алманы бешереп ашау кәңәш ите­лә. Сөнки ундағы калий организмға аш тоҙо менән инеп, май ҡатламында артыҡ шыйыҡлыҡтың тупланыуына булышлыҡ иткән натрийҙы «ҡыуа». Бешерелгән алманы йыш ашау бит тиреһен тигеҙләй, ваҡ йыйырсыҡ­тарҙы яҙа.

Әле алманың әсе һәм ҡаты сорттары – мейестә бешереү өсөн иң ҡулай төрө өлгөргән саҡ. Иҫ китмәле файҙалы был һыйҙы әҙерләү бик тиҙ һәм ябай.

Духовканы 180 градусҡа тиклем йылытырға. Бешкән саҡта тышы ярылмаһын, тиһәгеҙ, бер аҙ емеш һутында йәки шәкәр сиробында тотоп алырға мөмкин. Алмаларҙың уртаһын алырға. Урталағы соҡорона йәнегеҙ ни теләй, шундай эслек (эремсек, ҡыҙыл эремсек, сәтләүек, йөҙөм, ҡарағат һәм башҡалар) һалырға һәм духовкаға ҡуйырға. Ҙурлығына һәм ҡатылығына ҡарап, алманы духовкала 15-35 минут тоторға. Бешеп сыҡҡанда ул артыҡ йомшаҡ та, бик ҡаты ла булмаҫҡа тейеш. Өҫтәлгә һыуына төш­кәс, бал йәки шәкәр ҡомо (йә онтағы), йә булмаһа, емеш-еләк сиробы һибеп ҡуйырға.

 

Көнөнә бер алма ашаһаң, табип та кәрәкмәй, ти инглиздәр

- Организмдан радионуклидтарҙы һәм металдарҙың ауыр тоҙҙарын сығарыу өсөн алманың бешерелгән төнәтмәһе файҙалы. Бының өсөн таҙартылмаған өс алманы бер литр һыуҙа 15 минут ҡайнатып, тәменә ҡарап шәкәр йәиһә бал өҫтәйҙәр һәм көнөнә өс тапҡыр 200 мл эсәләр.

- Ҡандағы холестеринды кәметеү өсөн көнөнә бер алма ашау ҙа етә. Уны бешереп ашарға ла мөмкин.

- Аҙнаһына ике тапҡыр көнө буйы тик алма менән генә туҡланыу организмды таҙартырға һәм шлактарҙан арындырырға ярҙам итә. һимереүгә ҡаршы ла бик яҡшы сара булып тора.

- Диета ваҡытында шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: алманың татлы сорттары бауыры ауыртҡан кешеләргә яҡшы, ә әсе сорттары – шәкәр диабеты һәм артыҡ кәүҙә ауырлығы менән интегеүселәр өсөн.

- Бешкән алма айырыуса ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарынан файҙалы. Ундағы пектиндар организмдан төрлө ағыулы матдәне ҡыуып сығара. Шулай уҡ холецистит менән интегеүселәргә лә алманы бешереп ашарға кәңәш ителә.

- Атеросклероздан һәм аҙ ҡанлылыҡтан мөмкин тиклем күберәк алма ашарға кәрәк.

- Тән янғанда йәиһә һыуыҡтан зыян күргәндә шул урынға ҡабығынан таҙартылған йоҡа ғына алма киҫәге ҡуйырға мөмкин.

- Косметикала алманың һутын, ҡабығын һәм йомшаҡ өлөшөн ҡулланалар.

- Ирен ярылғанда ҡырғыстан үткәрелгән алмаға 1х1 нисбәтендә аҡ май һәм вазелин ҡушып әҙерләнгән май ярҙам итә.

- Әгәр ҙә һауа температураһы үҙгәргәндә бит тиреһенең төҫө үҙгәрһә, ҡырғыстан үткәрелгән алмаға йомортҡа һарыһы һәм һөт ҡушып әҙерләнгән битлек ярҙам итә.

- Алма киҫәге менән биткә массаж эшләү тирене матурайта.

 

Туңдырылған алманың файҙаһы

Радикулит

8-10 бөртөк ҡомалаҡ сәскәһенә 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп төнәтергә. Көнөнә 3 тапҡыр 1-әр ҡалаҡ эсергә. Һыҙланыу баҫыласаҡ. Ҡомалаҡ менән дауаланғанда ул сағыу йәшел (өлгөрөп етмәгән), йәки һарғайған йә һоро төҫтә булырға тейеш түгел. Шулай уҡ саманы белеп кенә дауаланырға, сөнки ҡомалаҡ ағыулы үҫемлек һәм күп ҡулланғанда тын ҡыҫылыуы, йөрәк ауыртыуы, күңел болғаныуы, баш ауырыуы ихтимал.

Геморрой

3 ҡалаҡ ваҡлап киптерелгән меңьяпраҡҡа 0,5 литр ҡайнар һыу ҡойорға. Төнәтмәнең ауыҙын ҡапҡас һәм салфетка менән ҡапларға. 1 сәғәт төнәтергә һәм һөҙөргә. Теләк буйынса төнәтмәгә 2 балғалаҡ шәкәр ҡушырға мөмкин. Өс көн дауамында берәр стакан эсергә - иртәнге аштан бер сәғәт алда һәм йоҡлар алдынан. Кәрәк булғанда, дауаланыуҙы йылына 3-4 тапҡыр ҡабатларға була.

Шулай уҡ меңъяпраҡты ит турағыстан үткәреп һутын һығырға һәм шуға 1:1 нисбәтендә бал ҡушып, көнөнә 3 тапҡыр 1-әр балғалаҡ эсергә мөмкин. Был рәүешле 1 ай дауаланырға кәрәк. Был осорҙа тоҙло, әсе һәм әсегән ризыҡтарҙы ашамаҫҡа.

Аллергия

Ялан туҡранбашынан сәй аллергияны дауалауҙа бик файҙалы. Ул иммунитетты күтәрә, елһенеүҙәрҙе бөтөрә һәм тынысландыра. Ялан туҡранбашының ваҡланған япраҡтарына йәки сәскәһенә 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 30 минут төнәтергә. Шунан һөҙөргә һәм ашарҙан алда көнөнә 4 тапҡыр балаларға 1-әр ҡалаҡ, өлкәндәргә сирек стакан эсергә.

Шулай уҡ үләнде сәйгә, компотҡа, ҡәһүәгә, хатта йәшелсә аштарына ҡушырға мөмкин.

Халыҡ дауаһында туңдырылған йәшел алмалар ярҙамында аллергияны дауалау осраҡтары билдәле. Нәҡ йәшел алма сортын ғына ҡулланырға кәрәк, бешмәгән емеште түгел. Уларҙы туңдырырға һәм күпме теләйһең, шул тиклем ашарға була. Көнөнә бер туң алма булһа ла ашарға һәм ике аҙнанан ашыу шулай дауаланырға.

 Тамаҡҡа теймәһен өсөн алманы һыуытҡыстан алып һыу ҡойолған һауытҡа һалырға һәм ул бүлмә температураһында йылынғас, ашарға.

 

         Кипкән алма

         Күптәр киптерелгән алманың файҙаһы күберәк икәнлеген белмәй. Шуға күрә уны һирәк хужабикәләр генә ҡырҡып, еләҫ урында киптереүҙе хуп күрә. Ә ысынында, киптерелгән алма - витаминдарға бай тәбиғи ризыҡ, уны теләгән ваҡытта чипсы кеүек ашарға ла мөмкин. Был алмала кальций, калий, тимер, натрий, фосфор, йод, көкөрт, баҡыр бар.

Ул хәтер һәм аҡыл эшмәкәрлеге өсөн дә ыңғай йоғонто яһай. Шулай уҡ мәтдәләр алмашыуын, ашҡаҙан эшмәкәрлеген яҡшырта. Бигерәк тә эсе ҡатып интегеүселәргә бик яҡшы ярҙам итә, холестеринды кәметә. Ҡан баҫымы түбән булғандарға киптерелгән алма ашарға тәҡдим ителә, ул шулай уҡ ҡан тамырҙарын нығыта.        

Ә бына шәкәр сире, һимереү ҡурҡынысы янағандарға киптерелгән алманы файҙаланыуҙан һаҡ булырға кәңәш ителә, ҡулланғанда сама белеү яҡшыраҡ, ти табиптар ҙа. Шулай уҡ диатез менән сирләгән балаларға киптерелгән алманың компотын эсеү файҙалы.

Асыҡ сығанаҡ мәғлүмәттәрен файҙаланып Айгөл Айытҡолова әҙерләне.

Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: