Мораҙым
+9 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
16 Июнь 2023, 10:22

Йылды туйҙырыр миҙгел етте

Кем яртамай икән йәйҙе! Үҙе йылы, үҙе йәмле, үҙе еләкле! Елкә-емештәргә мул миҙгел бит ул йәй! Бигерәк тә емеш-еләк өлгөрөүен күптәр көтөп ала. Урмандарҙа, яландарҙа еләктәр тумалашып, ҡыҙарыша ла башланы. Тиҙҙән һут йыйып, ҡарағусҡылланып та бешмәҫ тимә. Әлегә баҡса еләктәре менән һыйланып кинәнәбеҙ. Һеҙҙең иғтибарығыҙға бер нисә рецепт та тәҡдим итәбеҙ.

Балалар өсөн ҡайнатма
Балалар өсөн тәғәйенләнгән аҙыҡ-түлектә витаминдарҙың күберәк булыуын теләйбеҙ. Ҡайнатма ла татлы ғына түгел, файҙалы ла була ала. Бына бер ысул – 3 кг баҡса еләге, 1,5 кг шәкәр, 1 лимон, 20 г пектин.
Әлбиттә, ҡайнатмала файҙалы матдәләр күберәк ҡалһын өсөн уны мөмкин тиклем әҙерәк ҡайнатырға кәрәк. Ләкин ундай аҙыҡты һаҡлауы ҡыйыныраҡ, шуға ла шәкәрҙе күберәк ҡушалар, ә беҙ уны әҙерәк ҡулланырға булдыҡ. Боҙоласаҡ тип ҡурҡмағыҙ, ҡайнатма һыуытҡыста ҡыш буйы яҡшы һаҡланһын өсөн бер нисә ябай ғына ҡағиҙәне иҫтә тотоу ҙа етә:
1. Ҡайнатма өсөн яңы ғына йыйылған еләк-емеште ҡулланырға кәрәк, көн торошо ла мөһим: аяҙ булһын.
2. Ҡайнатманы әҙерләгәндә, һаҡлағанда һауыт ҡоп-ҡоро, стерилләнгән булырға тейеш. Шулай уҡ еләкте йыя башлаған ваҡытта биҙрәнең таҙа булыуы шарт.
Ингредиенттарҙы бергә бутарға, бер-ике сәғәт кенә тотоп, утҡа ҡуйыр­ға. Шәкәре әҙ ҡушылған был ҡайнатманың күбеген саҡ ҡына ла ҡалдырыр­ға ярамай, ентекләп йыйырға кәрәк. Татлы аҙыҡ 7 – 8 минут ҡына утта тотола һәм эҫе килеш банкаларға һалына. 

Мультиваркала ҡайнатма
Ҡайнатманы мультиваркала әҙерләү бик уңайлы, ул талғын һәм тигеҙ генә ҡайнай, түгелмәй.
 1 кг баҡса еләге, 1 кг шәкәр.
Йыуып таҙартылған, һарҡытылған еләкте мультиваркаға һалып, ҡул менән саҡ ҡына иҙгесләргә кәрәк. Был еләктең һуты сыҡһын, ҡуйыраҡ булһын өсөн эшләнә. Аҙаҡ шәкәр өҫтәлә, бутала.
Был осраҡта ҡамыр аҙыҡтарын әҙерләү режимы тура килә. Әҙерлек барышында ҡайнатманы буташтырып алырға ла мөмкин. Яҡынса бер сәғәт самаһы ҡайнатырға кәрәк. Стерилләнгән банкаларҙа һаҡлана.

 Ҡайнатылмаған еләк
 Ярты кг баҡса еләге, 750 – 800 г шәкәр.
Яңы ғына йыйылған еләкте ныҡлап таҙартырға, саҡ ҡына боҙола башлағаны булһа ла, алып ташларға, япраҡтарын ҡалдырмаҫҡа. Бынан һуң уны тағы ла бер тапҡыр йыуып, һыуын һарҡытырға. Ул ҡороп бөтөргә тейеш. Шунан ҡайнар һыу ҡойолоп, тағы ла һарҡытыла.
Еләк ҡайнар һыу менән бешекләнгән, стерилләнгән һауыт­ҡа күсерелә. Тейешле шәкәр ҙә шунда өҫтәлә. Ингредиенттарҙы мотлаҡ бутарға кәрәк, шәкәр бөтә ергә лә тигеҙ таралһын. Блендер ярҙамында, бер генә төйөрө лә ҡалмаҫлыҡ итеп иҙергә. Еләк һаҡланасаҡ банкалар мотлаҡ стерилләнә, ҡапҡастар ҙа. Шикләнмәгеҙ, был тәмлекәс оҙаҡ һаҡланасаҡ, шуныһы ғына бар: ул һыуытҡыста оҙаҡ тормай, ныҡ тәмле булғас, тиҙ арала ашалып бөтә.

Баҡса еләгенән һут

2 кг баҡса еләге, 1 кг шәкәр, 1 стакан һыу.

Баҡса еләген йыуырға  ла, картуф төйгөс менән иҙгеләп, саҡ ҡына йылытылған һыу ҡойолған эмаль кәстрүлгә һалырға. Ошо масса утҡа ҡуйылып, аҡрын ғына эҫетелә, тик ҡайнап сығырға тейеш түгел. Бынан һуң кәстрүлде уттан алып һыуытырға ла, яңынан 15 минут тирәһе ҡайнатырға. Һут эҫе килеш банкаға ҡойола һәм стерилләп ябыла.

Йылды туйҙырыр миҙгел етте
Йылды туйҙырыр миҙгел етте
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: