Мораҙым
-7 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
13 Май 2023, 09:26

Сейә япрағынан тәмле сәй

  Яҙ етте, көндәр йылытты. Бик күп шифалы үләндәрҙе нәҡ майҙа йыялар. Шул иҫәптән, сейә япрағынан тәмле сәйҙе лә ошо ваҡытта эшләйҙәр. Йәш япраҡ йомшаҡ та, емешенә ҡарағанда төрлө файҙалы матдәләргә бай ҙа була: А, В, С витаминдары, дуплаусы матдәләр, аминокислоталар, магний, натрий, бор, углевод, йод, эфир майҙары. Сейә япрағы сәйе организмдан шлактарҙы, токсиндарҙы сығара, һыуыҡ тейгәндә киң ҡулланыла, ялҡынһыныуҙы баҫа, бәүел ҡыуҙырыу үҙенсәлегенә эйә, ҡан баҫымын көйләй, баш ауыртыуын баҫа, бронхит, күк йүтәл, үпкә ауырыуҙарынан файҙалы, иммунитетты күтәрә. Борон башҡорттарҙа ҡыр сейәһе сәйен эскәндәр, емешен йыйып киптергәндәр, ҡайнатма әҙерләгәндәрҡаҡ ҡойғандар. Ҡышҡыһын сейә япрағынан тәмле сәй эскегеҙ килһә, әҙерлекте май айында, йәғни бөгөн үк, япраҡтар асылғас та, башларға кәрәк. 

Әлбиттә, йәйгеһен дә йыйырға була, әммә ул ваҡытта япраҡтар ҡатып өлгөрә. Япраҡты һыпырып йыймағыҙ, матурлап һайлап ҡына өҙөгөҙ. Һарғайғандарын, ҡорт, күбәләк ашаған, зыян күргән япраҡтарҙы алырға ярамай.

Иң яҡшыһы - сейә сәскә атҡан мәл. Тап ошо осорҙа япраҡтар ҡиммәтле матдәләр, витаминдар менән тулылана. Шуға ла иғтибар итегеҙ, көн ҡоро һәм ҡояшлы булһын. Үҙегеҙгә кәрәкле күләмдә йыйып алғас, ҡоро, елләтелгән ерҙә сепрәккә һалып киптереп алығыҙ.

Ферментлау өсөн яртылаш кипкән япраҡтарҙы ит тартҡыстан йә блендерҙа ыуаҡлап, эмалле һауытҡа һалып, ярты тәүлеккә баҫтырып ҡуялар ҙа мейестә (100 градус) бер сәғәт киптерәләр.

Мейестән сығарғас, әҙерәк елләтеп, быяла банкаларға тултыралар һәм ҡояш төшмәгән урында һаҡлайҙар.

Сейә сәйен йыш эсергә ярамай, юғиһә аллергия ҡалҡыуы ихтимал, шулай уҡ ашҡаҙан сирҙәре булғанда, эс ҡатҡанда, ҡан баҫымы түбән кешеләргә лә ҡулланыуҙы сикләргә кәңәш ителә.

Сейә япрағынан тәмле сәй
Сейә япрағынан тәмле сәй
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: