Ҡайын һыуы
Ҡайын һыуы ныҡ шифалы эсемлек. Тик уны йыйғас та эсергә кәңәш ителә. Сөнки ул бик тиҙ әсей.
Бының өсөн 10-15 көн буйы иртәнсәк ашарҙан алда берәр стакан ҡайын һыуы эсергә кәрәк. Бауыр, бөйөр, үт ҡыуығында таш, ҡом булғандар өсөн дә файҙалы – ҡанды ла таҙарта, таш-ҡомдо ла ҡыуа. Косметикала ла киң ҡулланыла ҡайын һыуы.
Бит тиреһе ҡоро булғанда дымландырыу өсөн һөртөп, маска яһайҙар, һытҡынан да ярҙам итә. Сәсте лә йыуырға була, ҡауаҡ бөтөп, сәс ялтырап китер.
Аш-һыу өлкәһендә лә ҡулланалар уны уңған хужабикәләр.
Йәйге эҫелә һыуһын ҡандырырҙай тәмле кеүәҫ эшләр өсөн 1,5 ярымлыҡ пластик һауытҡа ҡайын һыуы ҡойоп, бер-ике бөртөк йөҙөм емеше төшөрөп, һалҡынса урында (мөгәрәптә) һаҡлайҙар. Компот та ҡайнатырға була унан. Бының өсөн өс литр ҡайын һыуына бер лимон ҡабығын йоҡа ғына итеп әрсеп, кипкән өрөк емеше, бөтнөк һалып ҡайнатып алаһың.
Ҡайын бөрөһө
Уны ағас япраҡ ярмаҫ борон йыялар. Элек, беҙ мәктәптә уҡыған саҡта, йыл һайын март аҙағы-апрель башында класс менән бөрө йыйып тапшыра торғайныҡ, ҡайһы класс күп йыя –шул еңеүсе. Билдән көрт йырып, бата-сума һыуланып ҡайтып инһәк тә, атай-әсәйҙәр ҡуй тимәне, йыйған бөрөбөҙҙән берәр ҡалаҡтай алып, үҙебеҙгә ҡайнатып эсерә торғайнылар. Ҡайын бөрөһө сәйе, төнәтмәһе тамаҡты дезинфекциялай, ангина, бронхит, хатта үпкә ауырыуҙарынан ҡотолорға ярҙам итә.
Ыуыҙ япраҡтары ла мең шифа ҡайындың. Уның төнәтмәһе бауыр циррозынан, холециститтан дауа. Алҡалары иһә йөрәк сирҙәренән дауалай. Май миндеге тураһында әйтеп тороу ҙа артыҡ, йыл әйләнәһенә ҡайын миндеге менән сабынғандар сир-сырхауҙың нимә икәнен дә белмәҫ.
Халҡыбыҙҙа борон ҡайын ите ашау ғәҙәте лә булған. Ул – туҙ менән ағас араһындағы лайлалы ҡатлам. Уны ҡатыҡҡа ҡушып ашағандар. Туҙынан иһә ауыҙ ҡыуышлығы, тештәргә файҙалы булған ҡара һағыҙ ҡайнаталар. Бынан тыш, ҡайын бәшмәге- ҡыуау ҙа (чага) мең сирҙән дауа. Беҙ уны сәй һымаҡ итеп эсәбеҙ. Атайым гел урман ҡырҡҡанда йыйып, киптереп ала. Сәй һымаҡ ҡап-ҡара булып сыға, үҙе тәмле генә, шәкәр һалмай ҙа эсергә була. Ул, баҡтиһәң, халыҡ медицинаһында электән ашҡаҙан ауырыуҙарын, яман шеште дауалауҙа ҡулланыла.