Мораҙым
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
7 Апрель 2023, 10:25

Ифтарға - һөтлө аш.

Төркөмдәшебеҙ Айгөл апай Иҙрисова ябай ғына ауыл ҡатыны. Хәйер, ябай ғына түгел ул. Алсаҡ та, эшлекле лә, йүнсел дә. Үҙенең сәхифәһендә төрлө хәтирәләре, уйланыуҙары, ҡыҙыҡһыныуҙары менән уртаҡлашҡан, заманса тел менән әйткәндә, блогер ул.  Кисә генә уның сәхифәһендә гиҙеп, бала саҡтың тәмле аштары тураһында хәтер яңыртып алынды. Ысынлап та, магазиндан алған аҙыҡ -түлеккә ҡарағанда өйҙә бешергән аш-һыуға нимә етә инде! Күптән онотолған һөт ашын да иҫкә төшөрҙө. Әйҙәгеҙ бөгөн ифтарға танһыҡҡа еңел дә, туҡлыҡлы ла һөтлө аш бешерәйек. 

- Беҙ бала саҡта әсәйҙәр нимә генә бешереп ашатмай ине. Эс-ҡарынлы аш, "похлебка", үпкә- бауырлы бөйөрөктәр, бәлештәр, ыумас ашы, бәпкә ашы һәм дә бик йыш бешерелгән һөт ашы. Ошо һаналған ризыҡтарҙы бешерһәң хәҙер балалар ашамай ҙа ул. Беҙ ҙә ас булғандан ашамағанбыҙ инде, әсәй бешергәс, тимәк, ашарға кәрәк тип ашаныҡ микән?.. Бер көн һөт ашы иҫкә төштө. Һәм бешереп тә ҡуйҙым.

Әҙ генә һыуға ике картуфты шаҡмаҡлап турап ун минут ҡайнаттым да, ярты литр һөт өҫтәп ҡайнатып,  ҡул туҡмасы, 1 йомортҡаны тоҙ, борос менән туҡып яйлап ҡына ҡойоп бутап ебәрҙем.
Туңдырғыстан йәшел һуған, укроп, петрушка өҫтәп биш минут ҡайнаттым да ашым әҙер ҙә булды. Ашар алдынан әсе борос та өҫтәп ебәрҙем. Уртаһына саҡ ҡына аҡ май төшөрөп рәхәтләнеп ашаным, - тип яҙа төркөмдәшебеҙ. 


 

Ифтарға - һөтлө аш.
Ифтарға - һөтлө аш.
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: