Бының өсөн һум ит, картуф, баклажан, татлы борос, селдерей, помидор, кишер, һуған кәрәк.
Йәшелсәләрҙе шаҡмаҡлап йә һалам һымаҡ итеп турап әҙерләп ҡуябыҙ. Итте былауға һымаҡ әҙерләйбеҙ.
Ҡаҙанда йә сөм табала үҫемлек майын ҡыҙҙырғас, итте ҡурып алабыҙ.
Ул әҙер булғас, йәшелсәләрҙе өҫтәйбеҙ. Тәменсә тоҙ, борос һибеп, ҡайнаған һыу ҡойоп, бешерергә ултыртабыҙ.
Ул арала лагман өсөн туҡмас ҡырҡабыҙ. Әҙер һатылғандары ла була. Итле -йәшелсәле һурпаға һалып йә айырым бешереп өҫтәйбеҙ.
Йәшел тәмләткестәр, ваҡ итеп туралған һарымһаҡ өҫтәп табынға бирәбеҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Лилиә Ялмамбәтова фотолары.