"8 мартта ниндәй буран ҡотора ине, ысын яҙ килде. Марттың уны ай календары буйынса орлоҡ сәсеү өсөн уңышлы көн ине, йәшелсәләрҙән помидор, борос, баклажан сәстем, сәскәләргә лә сират етте. Кистән тупраҡ әҙерләп ҡуйып, уларҙы ла һибеп ҡуйҙым.
Болгар боросонң тәүге партияһы шаулап үҫеп тә китте. Ошо мәшәҡәтле мәлде түҙемһеҙлек менән көтөп алам. Иң мөһиме - бөтә эште лә күңел биреп, һөйөү менән башҡарырға кәрәк.
Мөғжизә бит: бәләкәй генә орлоҡто тупраҡҡа һал да, имеш, көҙгә тәмле итеп бешкән помидоры, боросо, ҡыярҙары, баклажаны үҫеп ултырһын сәле! Кемгә нисектер, ә мин үҙем сәсеп, үҙем үҫтереп, төрлө салаттар ябып ҡуйырға яратам", - ти ул уй-фекерҙәре менән уртаҡлашып.
Мул уңышын алып ҡыуанырға булһын!