Эсемлекте һәр кемгә ҡулланырға ярай, быға медицина ҡаршылыҡтары юҡ. Хатта бөтөнләй һау-сәләмәт кешеләр өсөн дә бал, һарымһаҡ һәм алма һеркәһенән яһалған эликсир – ысын табыш ул.
1 сынаяҡ алма һеркәһе;
1 сынаяҡ бал;
10 теш һарымһаҡ.
Һарымһаҡ тештәрен таҙартығыҙ ҙа бөтәү килеш бал менән алма һеркәһенә бутап, тығыҙ ябыла торған банкаға һалып ҡуйығыҙ. Шифалы эсемлекте һыуытҡыста һаҡларға кәрәк.
Иртәнсәк ас килеш 2 аш ҡалағы күләмендә эсергә кәрәк. Артынан һыу йә сәй ҡабып ҡуйырға була, ләкин15 минут дауамында бер нәмә лә ашарға ярамай.
Шифалы эсемлектең файҙаһын бишенсе көнгә үк һиҙәһең. Хәлһеҙлек, баш ауыртыуҙар бөтә, ашҡаҙан эшмәкәрлеге яҡшыра һәм организмдың тонусы һәйбәтләнә. Анемия, йоҡоһоҙлоҡ, депрессиянан яфа сигеүселәргә бынамын тигән дауа!