Мораҙым
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
12 Август 2022, 15:04

Щи

Баҡсала йәшелсәләрҙең өлгөргән мәле. Уңған хужабикәләр уларҙы тоҙлап,  төрлө ҡабымлыҡтар әҙерләйҙер инде. Беҙ һеҙгә щи эшләп ҡарарға тәҡдим итәбеҙ. Кәрәк: кәбеҫтә – 1,5 кг, помидор – 600 г, кишер – 600 г, һуған – 500 г, борос  - 500 г, көнбағыш майы – 100 мл, шәкәр менән уксус – 0,5 стакан, тоҙ – 2 аш ҡалағы.

Щи
Щи

Кәбеҫтә, помидор, һуғанды турарға, кишерҙе терка аша үткәрергә. Тоҙ, шәкәр, май өҫтәп, талғын утта 20 минут тирәһе бешерергә һәм стерилләнгән банкаларға һалып,  йылы урынға ҡуйырға.

 

Рассольник

Ҡыяр – 1,5 кг,

һуған – 500 г,

кишер – 500 г,

томат пастаһы – 300г,

арпа ярмаһы (перловая крупа) – 250 г,

көнбағыш майы – 125 мл,

шәкәр – 100 г,

тоҙ – 2 аш ҡалағы,

уксус – 50 мл.

Ҡыяр, һуғанды турарға, кишерҙе терка аша үткәрергә. Арпа ярмаһын әҙер була яҙғансы бешерергә. Йәшелсәләргә шәкәр, тоҙ, май, паста һалып, 30 минут тирәһе бешерергә, арпа ярмаһын өҫтәп, тағы 5-10 бешереп алырға. Әҙер массаға уксус өҫтәп, стерилләнгән банкаларға һалырға.

 

Борщ

Кәбеҫтә – 2 кг,

Сөгөлдөр – 1,5 кг,

кишер – 1 кг,

помидор – 1 кг,

һуған – 0,6 кг,

көнбағыш майы - 0,5 л,

уксус – 100 мл,

шәкәр – 3 аш ҡалағы,

тоҙ – 2 аш ҡалағы,

борос (горошек), әнис йәки петрушка кеүек йәшел тәмләткестәр кәрәк буласаҡ.

Сөгөлдөр менән кишерҙе терка аша үткәрергә, кәбеҫтә, помидор, һуған һәм тәмләткестәрҙе турарға. Бөтә йәшелсәләрҙе кәстрүлгә һалып, тоҙ, шәкәр, май өҫтәп, талғын утта 30 минут тирәһе бешерергә.  Алдан әҙерләп ҡуйылған стерилләнгән банкаларға һалып, йылы “тун” аҫтына ҡуйырға.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас: