Мораҡ ауылынан Эльвира Кинйәбулатованың тәмле компот япҡанын белеп ҡалып, гәзит уҡыусылар менән уртаҡлашыуын һораныҡ.
Крыжовниктан “Мохито” компоты
3 литрлыҡ компот ябыу өсөн 350 г крыжовник, 1 стакан шәкәр ҡомо, 2 лимон киҫәге, 2-3 бөтнөк һабағы кәрәк. Емеште таҙалап йыуғас, самалап банкаға тултырабыҙ, бөтнөк, лимон киҫәген һалабыҙ ҙа ҡайнар һыу ҡоябыҙ. Өҫтөн таҙа ҡапҡас менән ҡаплап, 15-20 минут тирәһе ултыртып торабыҙ. Һыуынғас, тағы берҙе ҡайнатып, 1 стакан шәкәр өҫтәп, нығытып ябабыҙ. Бер –ике көндән тәмле компот әҙер ҙә була.
"Быйыл емеш-еләк бик мул, сейә, абрикос, нектарин, слива, крыжовник компоттарын йыл да ябам", - ти әңгәмәсебеҙ.