Мораҙым
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
1 Август 2022, 09:57

Корейса ҡыяр

Ҡыяр уңдымы быйыл? Тоҙлап арынығыҙмы? Улайһа, һеҙгә корейса ҡыяр эшләп ҡарарға тәҡдим итәбеҙ. Кәрәк 2 кг ҡыяр, 1 кг кишер, 1 баш һарымһаҡ, 4 аш ҡалағы шәкәр, 2 аш ҡалағы тоҙ, 100 мл аш һеркәһе, 100 мл көнбағыш майы, корейса кишер өсөн приправа.

Корейса ҡыяр
Корейса ҡыяр

1. Ҡыярҙарҙы оҙонсалап йә түңәрәкләп турайбыҙ.
2. Кишерҙе лә йыуып, оҙонса итеп ҡырғыс аша үткәрергә.
3. Һарымһаҡты таҙартып иҙергә.
4. Сөм һауытта ҡыяр, кишер, һарымһаҡты бергә бутарға. Һеркә м-н көнбағыш майын ҡойорға. Приправаны өҫтәргә. Яҡшы итеп болғайбыҙ.
5. Яҡшы итеп ябып һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Бер-нисә тапҡыр болғап торорға.
6. Бер нисә сәғәт үткәс, салатты банкыларға һалып сығырға, өҫтәренә һутын ҡойорға.
7. Кәстрүл төбөнә таҫтамал һалып, банкыларҙы ҡуйып, әҙерәк һыу ҡойорға, банкыларҙың муйынына етмәҫлек итеп. Банкылар өҫтөн ҡапҡастар м-н ябып ҡына тороп, ут тоҡандырабыҙ. 10-15 минут стерилизовать итәбеҙ. Шунан һуң, ҡапҡастарын нығытып түңкәреп ҡуябыҙ.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас: