Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
21 Июнь 2022, 15:20

Ниғмәткә бай хозур йәй

Йәй хозуры –ямғырҙан һуң ҡалҡҡан йәйғорҙа, емеш-еләктә, йәшеллектә, сәскәләрҙә. Быйыл йәй календарь буйынса ла үҙ ваҡытында килә. Халыҡ һынамыштар буйынса ҡылған беренсегә сәскә атҡанда май миндеге әҙерләйҙәр, икенсегә атҡанда урман еләге бешә, бесән мәле етә. Баҡсала иһә еләктәр, айыу баланы өлгөрҙө. Кемдер ҡайнатма әҙерләй, кемдер дарыу үләндәрен йыя ошо матур миҙгелдә.  "Әле ейән-ейәнсәрҙәр менән мәж киләм, йәйге ялға ауылға ҡайтҡан ҡыҙҙарым менән ҡырға сығып әйләндек. Кейәү үләне шәп беҙҙең яҡта. Мәртүшкә,һары мәтрүшкә әле сәскә атмаған, еләк өлгөргән саҡта ғына йыябыҙ уныһын. Ҡарағат япрағының да шифаһы күп. Бейемем гел “Ҡарағат япрағын  һеҙҙеңсә майҙа түгел, беҙҙеңсә майҙа йыялар” ти торғайны. Нәҡ ошо ваҡытта йыйғандың дауаһы күберәк икән. Иптәшем дә, армиянан үпкә сирле булып ҡайтҡас, үләндәр менән дауаланды. Китаптары ла була торғайны, шуларҙы уҡып, “ошо үлән ярай икән, быныһын ошолай ҡулланырға кәрәк икән” тип яҙҙан көҙгә тиклем үлән йыйҙы.  Маҡарҙағы ҡоҙағыйым бәпембә балын оҫта ҡайната. Бәпембә сәскәһен өс йөҙ бөртөк итеп йыя ла, шәкәр өҫтәп ҡәҙимге ҡайнатып ала.  Мәскәүҙәге ҡыҙым да “Әсәй, үләндәр йыйҙыңмы” тип кенә тора. Ҡышҡыһын шуларҙы алып китеп, ауыл еҫе сыға тип яратып эсә", - тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша Гүзәлиә апай Ҡотлогилдина.  Дауамы - сайтта: 

Ниғмәткә бай хозур йәй
Ниғмәткә бай хозур йәй

Гүзәлиә Ҡотлогилдина, Дөмбәй ауылы:

- Үлән быйыл бик мул, шөкөр. Йәнең теләгәнен йыйып ҡалырға була. Яҙҙан уҡ балтырған, йыуа, ҡаҡы йыйып, еңел аштар бешереп ашаныҡ. Ололарҙың “Балтырған ашын йылына өс бешереп ашарға кәрәк, балтырған ашы ашамаған кешенең эсе ҡортлар” тигәнен ишеткәнегеҙ барҙыр. Был аштың файҙаһы, шифаһы тураһында ололар яҡшы белә. Йот йылында, һуғыш ваҡытында мандый алмаған халыҡ та үләндәр ярҙамында иҫән ҡалған. Балтырған микроэлементтарға бик бай ашарға яраҡлы үлән.

         Әле яңыраҡ ҡына ауылыбыҙҙың ағинәйе Фәниә Ғилметдинова баҡсаһында әлморон сәскәһен йыйып йөрөгәнен күреп ҡалдым. Һикһән йәштән уҙһа ла, һаман да теремек. Унда булмаған дарыу үләненең үҙе юҡ. Йәшерәк сағында Эйек буйлап сығып китер ине. Ҡайһы ерҙә ниндәй үлән үҫкәнен дә, ниндәй сирҙән ниндәй үлән дауа икәнлеген дә бик яҡшы белә. Еҙәй (энәлек) сәскәһен дә йыл һайын йыйып ала. “Бала саҡта еҙәй емешен йоҙроҡ шикелле итеп йомарлап алабыҙ ҙа, рәхәтләнеп ашай-ашай йөрөй торғайныҡ”, - тип хәтерләп ала ул бала сағын.

 Үҙем әле ейән-ейәнсәрҙәр менән мәж киләм, йәйге ялға ауылға ҡайтҡан ҡыҙҙарым менән ҡырға сығып әйләндек. Кейәү үләне шәп беҙҙең яҡта. Мәртүшкә,һары мәтрүшкә әле сәскә атмаған, еләк өлгөргән саҡта ғына йыябыҙ уныһын. Ҡарағат япрағының да шифаһы күп. Бейемем гел “Ҡарағат япрағын  һеҙҙеңсә майҙа түгел, беҙҙеңсә майҙа йыялар” ти торғайны. Нәҡ ошо ваҡытта йыйғандың дауаһы күберәк икән. Иптәшем дә, армиянан үпкә сирле булып ҡайтҡас, үләндәр менән дауаланды. Китаптары ла була торғайны, шуларҙы уҡып, “ошо үлән ярай икән, быныһын ошолай ҡулланырға кәрәк икән” тип яҙҙан көҙгә тиклем үлән йыйҙы.

 Маҡарҙағы ҡоҙағыйым бәпембә балын оҫта ҡайната. Бәпембә сәскәһен өс йөҙ бөртөк итеп йыя ла, шәкәр өҫтәп ҡәҙимге ҡайнатып ала.

 Мәскәүҙәге ҡыҙым да “Әсәй, үләндәр йыйҙыңмы” тип кенә тора. Ҡышҡыһын шуларҙы алып китеп, ауыл еҫе сыға тип яратып эсә.

         Фәниә апай алма япрағын да йыйып ала бит әле, ҡан йөрөшөн көйләргә булышлыҡ итә, аяҡ-ҡул өшөүен бөтөрә, ти ул.

Беҙҙең ауыл эргәһендә һәр төрлө дарыу үләндәре үҫә,  йәйҙең дә әле бик матур мәле, Хоҙай биргән ниғмәттәрҙе  сама менән йыйып, бәрәкәтен күреп ҡулланырға булһын.

Ниғмәткә бай хозур йәй
Ниғмәткә бай хозур йәй
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: