Оҙайлы ҡоролоҡтан һуң яуған ямғырҙар ерҙе дымға туйындырып, тирә-яғыбыҙ йәшәреп, йәмләнеп китте. Бәшмәкселәр иһә ҡырҙан ҡайтмай: ошо ваҡытта ялан баллы бәшмәге ҡалҡа.
Юл буйында кәрзин-күнәк тотоп йөрөгән апайҙарҙың эргәһенә барып, уңыштары менән ҡыҙыҡһындыҡ. Сәғәт ярым эсендә Мораҡ тирәһенән алыҫҡа ла китмәйсә бер кәрзин тултырғандар.
"Һуған, һарымһаҡ һалып ун биш-егерме минуттай бешереп алабыҙ ҙа, туңдырырға һалабыҙ. Ҡышҡыһын картуфҡа ҡушып ҡурып ебәрһәң, танһыҡҡа килешә. Маринадлап та алабыҙ, анаусама ҡоролоҡта бәшмәк күргән юҡ ине", - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты улар.
Автор фотолары.