Бөрөнө йыйып, дөрөҫ итеп киптергәндә ике йыл һаҡларға була.
Уны күберәк йүткеректән дауа тип беләләр. Һис шикһеҙ, тын юлы ауырыуҙарынан яҡшы ярҙам итә. Төрлө вируслы ауырыуҙарҙы иҫкәртергә, бәүел, үтте ҡыуыуға булышлыҡ итә, яраларҙы уңалта, ҡанды таҙарта, цистит, бөйөр ауырыуҙарынан файҙалы. Насар холестерины юғары булған сирлеләргә, ҡан баҫымы юғары булғандарға ла килешә. Ҡатын - ҡыҙҙарҙың климакс осорон еңеләйтә.
Дауаланыу ысулдары күп төрлө: 1аш ҡалағы ваҡланған бөрөнө ҡайнар һыуҙа ярты сәғәт ҡайнатырға, шунан баштағы һыу миҡдарына еткәнсе ҡайнар һыу өҫтәргә. Әҙләп көнөнә өс тапҡыр эсергә кәңәш ителә.
Ингаляция, компресс эшләү ҙә килешә. Рәсми медицина бындай төнәтмәне 12 йәшкә тиклемге балаларға рөхсәт итмәһә лә, халыҡ медицинаһында йәш балаларға ла эсерергә ярай тигән ҡарашта. Тик һыуҙы күберәк ҡушырға кәрәк.
Ауырлы ҡатындарға, әҫпе ҡалҡҡан осраҡта ла ҡулланыуҙы сикләргә тәҡдим итәләр. Әммә, әйтергә кәрәк, ул бик файҙалы дауа. Хатта умартасылар ҙа, ҡарағай бөрөһөнән шәрбәт ҡайнатып, яҙлы-көҙлө бал ҡорттарына бирәләр. Шулай иткәндә , ҡорттар яҡшы ҡышлай, эстәре китмәй икән.
Шифалы ҡарағай бөрөләрен ваҡытында йыйып ҡалығыҙ, тик тәбиғәткә зыян килмәһен, - ти Аҫылбикә апай.
“Башҡортостан үләндәре” рубрикаһында уның яҙаларын биреүҙе дауам итербеҙ.
Айгөл АЙЫТҠОЛОВА яҙып алды.
Фото.