Мораҙым
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
15 Ғинуар 2022, 10:37

Көн һайын һарымһаҡ ашаһаң...

Һарымһаҡты, дауа һәм шифалы аҙыҡ булараҡ, өс мең йыл самаһы ҡулланыуҙары билдәле. Уның составы аҡһымға, углеводҡа, минералдарға һәм биологик әүҙем матдәләргә бай, һуңғылары унда 400-ҙән артып китә, ти белгестәр.

Көн һайын һарымһаҡ ашаһаң...
Көн һайын һарымһаҡ ашаһаң...

Шулай уҡ һарымһаҡта аллицин тигән мат­дә күп. Тап шул йәшелсәне бакте­рия­ларға ҡаршы көрәштә алыштырғыһыҙ сара итә. Аллицин бактерияларҙың үрсе­үенә, таралыуына яҡшы кәртә була ала, антисептик булараҡ тәьҫир итә. Һарымһаҡ организмды хеликобактер пилори, сальмонелла, стрептококк, стафилококк, туберкулез, дизентерия, кандидоз һәм герпес кеүек насар сирҙәрҙән дә һаҡлай.

Көн һайын бер тырнаҡ һарым­һаҡ ашау ҡан тамырҙарын нығыта, ҡан әйләнешен яҡшырта, холес­терин кимәлен кәметеүгә булыш­лыҡ итә. Былар барыһы ла организмда тромбтар барлыҡҡа килеүҙе, инсульт һәм инфаркт хәүефен кәметә. Шулай уҡ һарымһаҡ ҡан баҫымын төшөрә. Ул шәкәр диабеты осрағында ла кәңәш ителә, сөнки ҡандағы шәкәр кимәлен төшөрөүгә һәләтле.

Әммә һарымһаҡты сама белеп ҡулланыу тәҡдим ителә. Мәҫәлән, ашҡаҙан-эсәк юлына ҡағылышлы киҫкен сирҙәр (гастрит, дуоденит, энтерит, колит, сей яра) күҙә­телгәндә, бөйөрҙәр эшмәкәрлеге боҙолғанда, аллергия булғанда ул тәҡдим ителмәй. Шулай уҡ ҡан баҫымы түбән булған кешеләр ҙә һарымһаҡты бик һаҡ, сама менән ашарға тейеш.

Автор:
Читайте нас: